САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Төрлөһөнән
22 Июня 2020, 09:35

Иҫке фото

Комсомолка, социалистик ярышта еңеүсе, биш йыллыҡ алдынғыһы, коммунистик хеҙмәт ударнигы, өҫтәүенә берһенән-берһе сибәрҙәр ҙә! Ҡырыҡ өс йыл элек төшөрөлгән һарғайған был фоторәсемдә ныҡ үҫкән социализм осоронда район типографияһынын иң яҡшы хәреф йыйыусылары.

Добавить в предпочтительные источники Google
Комсомолка, социалистик ярышта еңеүсе, биш йыллыҡ алдынғыһы, коммунистик хеҙмәт ударнигы, өҫтәүенә береһенән-береһе сибәрҙәр ҡырҡ өс йыл элек төшөрөлгән һарғайған был фоторәсемдә ныҡ үҫкән социализм осоронда район типографияһының иң яҡшы хәреф йыйыусылары.
Гөлнәфисә Яппарова (Ҡотдосова) һәм Мария Троицкая ысын-ысындан үҙ эштәренең тиңһеҙ оҫталары булды. Икеһенә лә грамоталылыҡ (ә был гәзит материалдарын ғына түгел, бәлки теләһә ниндәй бланк продукцияһын йыйғанда ла бик мөһим), юғары яуаплылыҡ тойғоһо, уңғанлыҡ һәм тырышлыҡ хас ине.
Гөлнәфисә менән Маша тормошта яҡын әхирәттәр булһалар ҙа, линотип артында иһә бер-береһен уҙырға тырышып, үҙ-ара ярышып, сәмләнеп эшләнеләр. Икеһе лә пландарын һәр ваҡыт күпкә арттырып үтәнеләр.
Ул замандарҙа компьютер тигән әйберҙең үҙе түгел, һүҙе лә юҡ ине әле. Иҫке линотиптар йыш ватыла, әҙ генә ел иҫһә йәки ямғыр тамһа ла ут һүнә. Цех сәләмәтлек өсөн зарарлы – ҡара ҡурғаш парҙарын һуларға тура килә, эретеп хәреф йыйыу машиналарынан эҫе бөркөлә... Ләкин ҡыҙҙар бер ҡасан да зарланманы, гәзит сығарыуҙың өҙөлөүенә юл ҡуйманы. Ундай хәл була ҡалһа, әлбиттә, партияның район комитеты ҡаты яза бирер ине. Эштә таңға ҡәҙәр тотҡарланыу ғәҙәти хәл һаналды.
Мария Семеновна типографияла лайыҡлы ялға киткәнсе хеҙмәт һалды. Гөлнәфисә Вәсим ҡыҙы 1989 йылда редакцияға күсте һәм сирек быуаттан артыҡ башта машинистка, һуңынан компьютерда йыйыу операторы булып эшләне.
Ветерандарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, шат кәйеф, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ
Читайте нас