Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Июнь 2020, 14:25

Эшҡыуарҙарға юл асыҡ

Район хакимиәте башлығы үткәргән эшҡыуарлыҡ сәғәттәре инде ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Ошо осорҙа әллә күпме яңы проекттар ҡаралып, тормошҡа ашырылды. Бындай осрашыуҙарҙы ауыл хужалығы мәсьәләләре айырыуса йыш тикшерелә, сөнки муниципалитетыбыҙ ҙа ауыл хужалығы йүнәлешендә алға киткән. Сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә малсылыҡ һәм үҫемлекселекте үҫтереү буйынса инвестиция проекты тәҡдим ителде. Эшҡыуарҙыћ тармаҡты үҫтереүгә шаҡтай аҡса һалыу ниәте бар. Кушнаренко ауылыныћ үҙәк майҙанында сауҙа-туҡталыш комплексын үҙгђртеп ҡороу һәм йәмәғәт туҡланыуы нөктәһе асыу мәсьәләһенә лә иғтибар бүленде. Әлегә ул асыҡ ҡала, сөнки барлыҡ төҙөлөш һәм санитар нормаларҙы тейешле ойошмалар менән яраҡлаштыраһы бар.Инвесторҙарға консультация бирелде, вазифалы заттарға эштәр барышын контролдә тотоу йөкмәтелде.

Район хакимиәте башлығы үткәргән эшҡыуарлыҡ сәғәттәре инде ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Ошо осорҙа әллә күпме яңы проекттар ҡаралып, тормошҡа ашырылды. Бындай осрашыуҙарҙы ауыл хужалығы мәсьәләләре айырыуса йыш тикшерелә, сөнки муниципалитетыбыҙ ҙа ауыл хужалығы йүнәлешендә алға киткән.
Сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә малсылыҡ һәм үҫемлекселекте үҫтереү буйынса инвестиция проекты тәҡдим ителде. Эшҡыуарҙыћ тармаҡты үҫтереүгә шаҡтай аҡса һалыу ниәте бар.
Кушнаренко ауылыныћ үҙәк майҙанында сауҙа-туҡталыш комплексын үҙгђртеп ҡороу һәм йәмәғәт туҡланыуы нөктәһе асыу мәсьәләһенә лә иғтибар бүленде. Әлегә ул асыҡ ҡала, сөнки барлыҡ төҙөлөш һәм санитар нормаларҙы тейешле ойошмалар менән яраҡлаштыраһы бар.
Инвесторҙарға консультация бирелде, вазифалы заттарға эштәр барышын контролдә тотоу йөкмәтелде.
Читайте нас в