САРМАНАЙ
+1 °С
Снег
Төрлөһөнән
16 Июня 2020, 13:40

Легендар шәхес – мәңге йөрәктә

15 июнь көндө, әгәр иҫән булһа, күренекле партия һәм дәүләт эшлеклеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Тәлғәт Лотфулла улы Рахмановҡа 100 йәш тулған булыр ине. Был уңайҙан районда төрлө саралар ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
15 июнь көндө, әгәр иҫән булһа, күренекле партия һәм дәүләт эшлеклеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Тәлғәт Лотфулла улы Рахмановҡа 100 йәш тулған булыр ине. Был уңайҙан районда төрлө саралар ойошторолдо.
Тәүҙә легендар шәхестең яҡты иҫтәлеген хәтергә алыу уңайынан район тарих тыуған-яҡты өйрәнеү музейында осрашыу үтте. Унда ҡыҙы Светлана, ейәнсәре Элена, уның ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәттәштәре ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Артабан Үрге Йәркәйҙәге Т.Рахманов ис. урта мәктәп ихатаһындағы Тәлғәт Рахманов һәйкәленә сәскәләр һалынды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин: «Районды юғары баҫҡыҫҡа күтәреүсе Тәлгать Лотфулла улының традициясһын дауам итәбеҙ, ул өйрәткәнсә эшләргә тырышабыҙ, ул – беҙҙең район ғорурлығы», - тип хөрмәт менән иҫкә алды. Ҡунаҡтар белем усағына инеп, легендар шәхескә бағышланған стендтар менән танышты.
Шул уҡ көндө Түбәнге Йәркәй ауылындағы зиратҡа барып, Тәлғәт Рахманов бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды һәм ҡыҙы Светлана, хеҙмәт ветерандары ҡатнашлығында ҡәберенә сәскәләр һалынды. Светлана Тәлғәт ҡыҙы, ейәнсәре Элена яҡыдарын онотмауҙары, хөрмәт итеүҙәре өсөн муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Иршат улына һәм илештәргә ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Читайте нас