Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Июнь 2020, 17:04

Исемдәрең матур икән...

ЗАГС мәғлүмәттәре буйынса, районда ағымдағы йылдың биш айында 74 бала тыуған. Бүлек етәксеһенән бәхетле ата-әсәләрҙең үҙ сабыйҙарына ниндәй исемдәр ҡушыуҙары тураһында һөйләп үтеүен һораныҡ.

ЗАГС мәғлүмәттәре буйынса, районда ағымдағы йылдың биш айында 74 бала тыуған. Бүлек етәксеһенән бәхетле ата-әсәләрҙең үҙ сабыйҙарына ниндәй исемдәр ҡушыуҙары тураһында һөйләп үтеүен һораныҡ.


–Исем – ата-әсәң үҙ балаһына бик мөһим бүләге ул. Күптәр уның яҙмышҡа йоғонтоһо бар, тип тә иҫәпләй. Был фекер менән тулыһынса килешеп булмаһа ла, бер ни ҡәҙәр дөрөҫлөк бар. Быйыл Амилия, Эллария, Рүзәл, Амил кеүек исемдәр теркәнек. Ата-әсәләр Стефания, Мирон, Елисей кеүек боронғо исемдәргә лә иғтибар итә башланылар. Ҡолаҡҡа бик үк ятышлы булмаған исемдәр ҙә осрай. Эсмира, Аурика, Илйәр кеүек исем ҡушыр алдынан ата-әсәләргә уларҙың улы йәки ҡыҙы үҫә төшкәс был исемгә нисек ҡарар икән тип тә уйларға кәрәк.


Галиевтар ғаиләһенә яңы ағза – баһадир улдары өҫтәлгән. Уға Аден тип исем ҡушҡандар. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был боронғо ғәрәп-татар исеме. Был исем эйәһенә талант, аҡыл, матди именлек, ихтыяр көсөм кеүек сифаттар хас була ти.


–Баш балабыҙ тыуғанға бик бәхетлебеҙ. Исеме уға уңыш һәм именлек килтерер, тип ышанабыҙ, – ти сабыйҙың әсәһе Зөһрә.
Балаға исем һайлау күп кенә ата-әсәләргә бик енел кеүек тойола. Ысынлыҡта иһә был улай түгел. Улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ киләсәктә үҙен ысын-ысындан бәхетле тойһон өсөн, унын исеме лә килешле, мәғәнәле, ҡолаҡҡа ятышлы булырға тейеш. Шуға күрә исем ҡушҡанда ҡат-ҡат уйлау артыҡ түгел.


Читайте нас в