САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Июнь 2020, 13:55

Ат ярыштары үтте

Өфө ҡалаһының «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра-Башкирия» ат-спорт турнирының бишенсе этабы үтте. Унда Дыуан, Балаҡатай һәм Кушнаренко райондары ҡатнашты.

Өфө ҡалаһының «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра-Башкирия» ат-спорт турнирының бишенсе этабы үтте. Унда Дыуан, Балаҡатай һәм Кушнаренко райондары ҡатнашты.
Һәр йәкшәмбелә ойошторолған ярыштарға республиканың төрлө райондары спортсылары йыйыла.
Билдәле булыуынса, ярыштар тамашасыларҙан башҡа үтә. Ат спортын яратыусылар уны телевидениенан ҡарай алды.
Һөҙөмтәлә беренсе һәм икенсе урынды Дыуан районы вәкилдәре яуланы. Беҙҙең райондан Фәрит Садиҡов өсөнсө урынды алды.
Һәр этаптың еңеүселәре Республика көнө – 11 октябрҙә үтәсәк финал ярыштарында осрашасаҡ.
Читайте нас: