Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Июнь 2020, 17:35

Үлгәндәрҙен ҡәберен бел

Коронавирус пандемияһы сәбәпле, район зыяраттарына йөрөү тыйылған ине. 6 июндә сикләү бөтөрөлдө һәм Хәтер һәм иҫкә алыу көнө үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Коронавирус пандемияһы сәбәпле, район зыяраттарына йөрөү тыйылған ине. 6 июндә сикләү бөтөрөлдө һәм Хәтер һәм иҫкә алыу көнө үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Был көндө райондың барлыҡ ауыл зыяраттарын төҙөкләндереү буйынса өмәләр үтте. Күптәр яҡын кешеләренең ҡәберен йыйыштырҙы, ҡоймаларын буяны.
Район етәксеһе һәм уның урынбаҫарҙары данлыҡлы яҡташыбыҙ Лидия Стреляеваның ҡәберенә барҙы.
Унан 2018 йылда Карелияла кәүҙәһе табылған, тыуған ауылы Сөлтөпкә ҡайтарып ерләнгән Бөйөк Ватан һуғышы яугире Камилйән Әҙиевтың ҡәберенә барҙы. Ҡаһарман яҡташыбыҙға рәхмәт һүҙҙәре әйтелеп, сәскәләр ултыртылды. Ауыл муллаһы мәрхүм рухына бағышлап аят уҡыны.
Айгөл Вәлиева.
Читайте нас в