Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июнь 2020, 12:10

Ҡыҙыу мәл

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Дүртөйлө юл ремонтлау-төҙөү идараһы эшсәндәре яҙғы йылы көндәр башланыу менән автомобиль юлдарындағы соҡорҙарҙы ремонтлауға кереште. Бер аҙҙан, бер үк ваҡытта тиерлек, ҡаланың Мусин һәм Зәйлалов урамдарында юлдарҙы капиталь ремонтлау башланды.
Юл мастерҙары Илдар Ғәниев һәм Шамил Нафиҡов етәкселегендәге ике бригада эшләй.
Зәйлалов урамындағы автомобиль юлын күсмә эш объекты тип әйтергә була. Бында ремонт башланасағы тураһында беҙ уҙған йылдың йәйендә хәбәр иткәйнек инде. Көҙөн эш башланды, майҙа дауам итте, хәҙер иһә юл төҙөлөшө үҙенең финалына яҡынлаша.
Юлдарҙың икеһе лә тротуарҙар эшләп ремонтлана.
Юл эшселәре Алмаз Йәсәүиев, Роберт Имамов, төйәгес машинисты Эдуард Хәкимов, эшсе Хәлил Тимерғәҙиев, юл эшсеһе Радик Имамов, юл мастеры Шамил Рафиҡов.
Читайте нас в