Илеш районында йәйге спорт-мәҙәни онлайн-лагерь эшләй башланы. Балалар өсөн занятиелар дүшәмбенән алып йомаға ҡәҙәр үткәрелә. Улар танып-белү һәм күңел асыу, зарядкаларҙы һәм мастер кластарҙы үҙ эсенә ала. Виртуаль сараларҙың пландары төҙөлөп, райондың спорт тормошо, мәктәбе менән танышыу, асыҡ һауала тренировкалар, ҡыҙыҡлы шәхестәр менән осрашу, төрлө конкурстар һ.б. индерелгән.