Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Июнь 2020, 16:20

Пар ҡанатлы матур ғаилә

Тарабердин ауылында ғүмер итеүсе Алина һәм Руслан Беляевтар ғаиләһе ығы-зығылы, тынғыһыҙ ҡала тормошона ҡарағанда тыуған төйәктә хеҙмәт һалыуҙы өҫтөнөрәк күрә.

Тарабердин ауылында ғүмер итеүсе Алина һәм Руслан Беляевтар ғаиләһе ығы-зығылы, тынғыһыҙ ҡала тормошона ҡарағанда тыуған төйәктә хеҙмәт һалыуҙы өҫтөнөрәк күрә.
Алина менән Руслан баласаҡтарында бергә уйнап, дуҫлашып йәшәйҙәр. Әммә егеттен ата-әсәһе район үҙәгенә күсеп китә. Быға ҡарамаҫтан, ҡыҙ менән егет араһындағы йылы хистәр һүрелмәй – улар осраша башлай.
2011 йылда гөрләтеп туй яһап йәш ғаилә тормош юлына баҫа.
Бер йылдан беренсе сабыйҙары – Камилла донъяға ауаз һала. Һунынан Алина бәбәй табыу йортынан бер-бер артлы тағын да ике ҡыҙ – Карина менән Самираны алып ҡайта.
Бөгөн Алина һәм Руслан үҙ көстәренә ышанырға өйрәнгән ныҡлы ғаилә. Улар ғаиләне үҙебеҙ өсөн төҙөнөк, балаларҙы ла үҙебеҙ өсөн таптыҡ тиҙәр. Бәлки шуның өсөн дә улар бер-берһенә хөрмәт менән ҡарай, үҙҙәренең һәм балаларының ҡәҙрен беләләр.
Ата-әсәләре билдәләүенсә, ҡыҙҙар һәр ҡайһыһы төрлөсә холоҡ-фиғелле. Әммә был Беляевтар өсөн һөйөнөслө мәшәҡәттәр.
Ауылда һәр ғаилә ус төбөндәгеләй күренеп тора. Беляевтар тураһында ла бер-берһен тапҡан ике бәхетле тиҙәр һәм уларҙың көмөш, алтын һәм башҡа ғаилә юбилейҙарын мотлаҡ билдәләйәсәктәренә ышаныс белдерәләр.
Читайте нас в