САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Июнь 2020, 18:30

Тырыш хеҙмәт һалалар

Районыбыҙ баҫыуҙарҙа, фермаларҙа, эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеларында көндө-төнгә ялғап эшләүсе уңгандары менән республикабыҙҙа дан тота. Эйе, ысынлап та, ауыл халҡы тынғыһыҙ, тырыш булһа ғына уңыштарға ирешә ала.

М.Гәрәев ис. кооператив үҙенең шундай уңғандарына таянып эшләй. Бында намыҫлы хеҙмәт алып барған һеҙ һүрәттә күргән (һулдан уңға) Ришат Моратов менән Ленир Гәрәев, ысынлап та, һыната торғандарҙан түгел.
Механизатор Ришат Лотфулла улы хеҙмәт юлын тыуған хужалығында руль артында башлай һәм, үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, эшен намыҫлы башҡара. Үҙенең “МТЗ-80” тракторын һәр ваҡыт төҙөк йөрөтә. Тәбиғәттең ниндәй көндәре булыуына ҡарамаҫтан, Р.Моратов гел эштә. Ҡышын да тик тормай, малдарҙы ашатыуҙа ҡатнаша.
Ленир Әнфәл улы Бәләкәй Бишҡурай ауылында тыуып-үҫеп, атаһы юлынан китеп, механизатор һөнәрен һайлай. Ул да бар ғүмерен баҫыусылыҡ тармағына бағышлап, маҡтаулы тракторсы була. Л.Гәрәев хужалыҡтың һәр мөһим кампанияһында әүҙем ҡатнаша, өлгөрлөк күрһәтә. Аъгымдағы йылда ғына ҡайтҡан «Кировец К-739» тракторына тағылған яңы сәсеү комплексы менән яңы уңышҡа нигеҙ һалды.
Читайте нас: