Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Июнь 2020, 14:14

Үкенерлек түгел үткәндәр

Район үҙәгендә Ғүмер кисергән Үзбәк Ғөмәров үҙенең туҡһан йәшен билдәләне.

Район үҙәгендә ғүмер кисергән Үзбәк Ғүмәров үҙенен туҡһан йәшен билдәләне.
1930 йылдыћ майында Иҫке Туҡмаҡлы ауылында күп балалы колхозсылар ғаиләһендә донъяға килә. Бала сагы, тиҫтерҙә кеүек үк, һуғыш йылдарына тура килгән ул. Әле быуындары ла нығынмаған малайҙың елкәһенә барлыҡ хужалыҡ эштәре төшә, колхозға ла эшкә сығырға тура килә. Мәктәп өсөн утын әҙерләүҙән дә ситтә ҡалмай.
Әммә ауыр һынауҙар уға алда әҙерләнгән була әле. Көтмәгәндә әсәһе үлеп китә һәм ун дүрт йәшлек малай бер үҙе ҡала. Бәхеткә, тиҙҙән атаһын хеҙмәт армияһынан ҡайтаралар.
Еңеү яҙынан һућ тыныс тормош көйләнә башлай. Егет ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Уны 1950 йылда тамамлап, дипломлы белгес хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Шәрип ауылына ҡараған участокта ун ике колхозды хеҙмәтләндерә. Ул ваҡытта етәрлек техника булмай, шуға ла агрономға йәйәү йөрөргә тура килә. Тиҙҙән тырыш, эшһөйәр Үзбәкте Иҫке Туҡмаҡлы МТСына күсерәләр.
Яҙмам геройы ирешелгәндәрҙә генә туҡтап ҡала торғандарҙан түгел. Белемен арттыру ниәте менән, ул институтҡа уҡырға инә. Ғалим-агроном дипломы алғас, ул Ильич исемендәге колхозда баш агроном булып эшләй башлай.
Ошо йылдарҙа йәш, егәрле егетте яҙмыш буласаҡ тормош иптәше, Иҫке Ҡормаш ауылы сибәре Рәзидә менән таныштыра. Йәш ғаиләлә улдары Салауат һәм Рәмил, ҡыҙҙары Рәмилә тыуа.
Үзбәк Ғүмәр улыныћ ейәндәре хәҙер инде үҙҙәре ата-әсә булып, дүрт бүләсәһе үҫеп килә.
Үзбәк бабай тормош иптәше Рәзидә Мәсғүт ҡыҙы менән алтмыш ике йыл бергә ғүмер кисергәндәр. Ҡыҙғанысҡа , күптән түгел туҡһанын тултырған ҡатыны баҡыйлыҡҡа күсте.
Туҡһан йәшен тултырған яҡташыбыҙҙы ихлас тәбрикләйбеҙ, оҙон ғүмер, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Читайте нас в