Урындағы халыҡ уны шулай тип йөрөтә. Ә документтарҙа ул - Елань. Бында ҡурсаулыҡ асылған.
Елань ҡурсаулығында йүкә, тал, эт муйылы, йыла, аҡ тал күпләп үҫә. Әрәмәлектәрҙә ҡара бөрлөгән, әлморон бар. Ҡурсаулыҡты мышы, ҡабан сусҡаһы, бурһыҡ, төлкө, ҡуян кеүек януарҙар, аҡҡош, һоро ҡаҙ, селән, торна кеүек ҡоштар үҙ иткән.
Ҡурсаулыҡ эше йофар тигән йәнлекте һаҡлауға йүнәлтелгән. Ул бында Татарстандан индерелгән булған. Бөгөнгө көндә үтергә ҡыйын урындарҙа уларҙың эҙҙәрен күрергә була.
Тик ҡурсаулыҡҡа инергә, һунарсылыҡ итергә, балыҡ тоторға ярамай.
Тәбиғәтте һаҡлау буйынса рейдтар бында йыш булып тора.
Бығаса законды уҫал боҙоу күренештәре осраманы, ти тәбиғәтте һаҡлау буйынса белгес-эксперт Радим Вәлиев.