«Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы сиктәрендә Кушнаренко ауылының үҙәк майҙанын төҙөкләндереү буйынса эштәр башланды.
Район хакимиәтенең төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең проектлау буйынса баш белгесе Рәмил Булатов әйтеүенсә, беренсе этапта тротуар плитәләре түшәү, ял урынын йыһазлау, электр-монтаж эштәре, йәшелләндереү, кесекәй арихитектура формалары ҡуйыу кеүек эштәр башҡарыласаҡ.
Проектта уңайлы ял итеү урыны төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә. Йәйәсөләр йөрөү һуҡмағы ла буласаҡ.
Әлеге ваҡытта объектта унлап кеше эшләй. Эштәрҙе «Уралгазстрой» йәмғиәте башҡара. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан үҙәк майҙан танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Ә әлегә эштәрҙе ваҡытында тамамлау өсөн ыңғай һауа шарттары ғына кәрәк.
Беренсе этапта ҡаралған эштәрҙе беренсе сентябргә теүәлләү планлаштырыла.