Сәсеү – ярты эш кенә, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләп, ҡарап тоторға ла кәрәк. Һәр ауыл хеҙмәтсәне бының менән килешә. Сәсеүлектәрҙе ваҡытында тәрбиәләү – мул уңыш нигеҙе булыуын яҡшы белә улар. Район баҫыуҙарында ауыл хужалығы кампанияһының сираттағы этабы – үҫемлектәрҙе химик утау башҡарыла.
Бу йәһәттән «Игенсе» крәҫтиән-фермер хужалығында эш ойошҡан төҫтә бара. Әлеге мөһим сараны хужалыҡ ағзалары 530 га уҗым бойҙайы, 750 га бойҙай, 680 гектар арпа баҫыуҙарында тормошҡа ашырасаҡтар. Хужалык буйынса етерлек күләмдә химик препараттар тупланған.
Беҙ барғанда 155 гектарлы уҗым бойҙаы баҫыуында эштең ҡыҙған мәле ине. Йылдағыса, мөһим участоктарҙағы эш хужалыҡтың алдынғы механизаторы Альберт Сәхәбиевҡа ышанып тапшырылған. Ул “МТЗ-82” тракторына тағылған “Заря” һиптергесе менән баҫыуҙарға гербицид индерә. Шулай уҡ карбамид, "Мегамикс-Профи" минераль ашламалары ҡулланыла. Химик утауҙа өҙөклөктәр булмаһын өсөн “МТЗ-12.21» тракторында менән һыу ташып тороусы Илшат Кашапов һәм Морад Ғәниев эште тотҡарлыҡһыҙ алып барырға тырыша. Булған химик препараттарҙы әрәм-шәрәм итмәйенсә, үҙ маҡсатында ҡулланыу сараһы күрелә.
Хужалыҡ агрономы Тимофей Павловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү өсөн иң яҡшы һауа торошо – тыныс, аяҙ көн, сөнки ямғыр –йыуа, ел - осора, ҡояш – киптерә. Башҡа төрлө әйткәндә, был эште дөрөҫ башҡарыу өсөн уңайлы мәлде тура килтереү мөһим.