Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Май 2020, 12:30

Йылы осрашыу

Муниципалитет етәксеһе Руслан Ғизәтуллин район волонтерҙары менән онлайн осрашыу үткәрҙе. Интернет киңлегендәге осрашыуға ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары директорҙары, Еңеү волонтерҙары, йәш гвардиясылар, эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған кешеләр ҡушылды. Унда ирекмәндәр эшсәнлегенә аралаш йомғаҡ яһалды.

Волонтерҙарҙың район етәксеһе менән осрашыуы ихлас һөйләшеү форматында барҙы. Әңгәмә барышында күтәрелгән мәсьәләләргә ҡарағанда, волонтерҙарҙы район тормошоноң төрлө яҡтары ҡыҙыҡһындыра.
Бөгөнгө көндә волонтерҙар отряды туҡһанға яҡын кешене берләштерә. Нәҡ улар үҙсикләнү режимының беренсе көндәренән үк мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙҙы, ҡайнар элемтә линияһына 200ҙән артыҡ шылтыратыу ҡабул итте һәм эшкәртте, өлкән йәштәге кешеләргә дарыу һәм аҙыҡ-түлек илтеп бирҙе. Ашамлыҡ йыйылмалары таратыуҙа актив ҡатнашты. Адреслы ҙур ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙарҙы ла билдәләп үтеү дөрөҫ булыр.
Руслан Ринат улы быйыл, эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, волонтерҙарың күп саралар әҙерләп үткәреүҙәрен билдәләне. Улар араһында париотик акциялар, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаусы онлайн байрамдар, төҙөкләндереү өмәләре, төрлө флешмобтар һәм башҡалар бар. Муниципалитет етәксеһе ирекмәндәр хәрәкәтенең көйлө һәм һөҙөмтәле мәғлүмәти эшен билдәләне.
–Тап һеҙҙең кеүек кешеләр булғанға изгелеккә ышаныс һүнмәйәсәк. Һеҙҙең ярҙам мохтаждарға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы йәки дарыу илтеп биреү генә түгел бит. Кешеләргә рухи ярҙам да кәрәк. Барығыҙға ла ихлас рәхмәт белдерәм һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйем, – тине ул.
Читайте нас в