Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Май 2020, 19:05

Яңы мәҙәниәт йортона нигеҙ һалынды

Милли поекттарҙы – тормошҡа!

Ябалаҡ ауылында «Мәҙәниәт» милли проекты рамкаларында 750 кв. м яңы мәҙәниәт йорто төҙөлөшө киң ҡолас алды. Эште «Строймонтаж» йәмғиәте ойошмаһы (етәксеһе – Рөстәм Мәғәнәвиев) башҡара. Төҙөлөштө финанслауҙың дөйөм суммаһы 28 миллион һум тәшкил итә.
Проект буйынса, бында 300 урынға иҫәпләнгән тамаша залы, китапхана, гримм, санузел, түңәрәктәр менән шөғөлләнеү өсөн бүлмәләр һәм фойе буласаҡ. Бөгөнгө көндә бинаға нигеҙ һалыу теүәлләнеп, цоколь өлөшөндә блоктар урынлаштырыла.
Читайте нас в