Райондашыбыҙ Зөфәр Әхмәтшин үҙенен 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул үҫмер сағынан уҡ колхозда эшләй башлай. Һунынан механизаторҙар курсын тамамлап, тракторға ултыра. 1958 йылда Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап, техник-механик дипломы ала.
Зөфәр Әхмәтшин оҙаҡ йылдар Свердлов исемендәге колхозда хеҙмәт һала. Шунда Ҡарасайылға ауылынан Ғәйниәне осрата. 1957 йылда туйҙар үткәреп, 1960 йылда улдары Марат, тағын да дүрт йылдан ҡыҙҙары Римма донъяға килә.
Бөгөнгө көндә юбиляр балаларының, дүрт ейәне һәм дүрт ейәнсәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Әле лә теремек, зиһенле, йор телле, шаян һүҙле.