Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә һәйкәлдәргә һәм обелисктарға сәскәләр һалыу сикләнгән һандағы ҡатнашыусылар менән Дүртөйлө районы ауылдарында ла үтте. Иванай ауылындағы сарала отставкалағы полковник Фирҙәүес Рәхимйәнов ҡатнашты.
Фирҙәүес Сәлимгәрәй улы 1952 йылда Гөбөлөкөсөк ауылында тыуа. Атай-әсәйһеҙ ҡалғас, олатайы тәрбиәһендә була. 1961 йылдан Дүртөйлө балалар йортонда тәрбиәләнә. Армавир хәрби осоусылар училищеһын тамамлай. Академияла уҡый. Төркөстан хәрби округында, Чехословакияла, Балтыйк буйында осоусы, өлкән осоусы, звено командиры, штурман-программист, дивизияла һауа-ут тактик әҙерлеге начальнигы, өлкән штурман була.
Хеҙмәтен полковник званиеһында тамамлай.
Фирҙәүес апаһы Сәғиҙә Ғиндуллина менән.