САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Май 2020, 16:40

Проект уңай нәтижә алды

Республика Башлығы Радий Хәбиров онлайн-режимда сираттағы «Инвестициялар сәғәте» уҙғарҙы. Унда Илеш районындағы «Мир» йәмғиәте базаһында ашлыҡ таҙартыу орлоҡ комплексы төҙөү планы тәҡдим ителде.

Республика Башлығы Радий Хәбиров онлайн-режимда сираттағы «Инвестициялар сәғәте» уҙғарҙы. Унда Илеш районындағы «Мир» йәмғиәте базаһында ашлыҡ таҙартыу орлоҡ комплексы төҙөү планы тәҡдим ителде. Инвестицион проектты тормошҡа ашырғанда сәғәтенә 100 тоннаға ҡәҙәр ашлыҡ таҙартыу агрегаты, ашлыҡ киптерү ҡоролмаһы, склад бүлмәләре, электрон авто үлсәүгестәр, ҡатнаш аҙыҡ етештереү буйынса линия төҙөләсәк. Комплексты өс йыл дауамында (2020 йылдан 2022 йылға ҡәҙәр) төҙөйсәктәр, 316 млн. һум аҡса тотыласаҡ, 17 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Проект төбәктең Инвестиция комитетының уңай хуплауын алды. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Файзрахманов билдәләп үткәнсә, бындай заводтар өс-дүрт районға бер предприятие иҫәбенән төҙөлөргә тейеш.
Был республикала үҫемселек менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтар өсөн шәхси орлоҡ базаһын булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Проект өҫтөнлөклө статусҡа эйә булып, тышҡы инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөлөшөнә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау рәүешендә ярҙамға дәғүә итә, шулай уҡ «Мир» йәмғиәте техника һәм ҡоролмалар һатып алыуға сығымдар өлөшөн ҡаплауға ла субсидиялар ала аласаҡ.
Читайте нас: