САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Май 2020, 11:30

Йәйләү – мул һөт осоро

Йәй - малсылыҡ продукттары етештереүҙең мул һәм яуаплы осоро. Йылы ҡояшлы көн, йәшел һыуһыл үләндәр һауындарҙы арттырырға ярҙам итә. Ҡыш көнө бәйҙә аҫрау осрона ҡараганда уның үҙ ҡиммәте лә түбәнерәк килеп сыға. Бөгөн барлыҡ хужалыҡтарҙа ла йәйләүҙәрҙең әҙерлеген тикшереү буйынса үҙара тикшереүҙәр тамамланып, малдар фермаларҙан йәйге лагерҙарға сығарыла башланы. Алдан еткерелгән барлыҡ талаптарҙы ла үтәгән «Урожай» тоҡомсолоҡ завод йәмғиәтенең, «Маяк», XXII партсъезд ис. кооперативтың йәйләүҙәре әҙерлегенә уңай баһа бирелде.

Йәй - малсылыҡ продукттары етештереүҙең мул һәм яуаплы осоро. Йылы ҡояшлы көн, йәшел һыуһыл үләндәр һауындарҙы арттырырға ярҙам итә. Ҡыш көнө бәйҙә аҫрау осрона ҡараганда уның үҙ ҡиммәте лә түбәнерәк килеп сыға. Бөгөн барлыҡ хужалыҡтарҙа ла йәйләүҙәрҙең әҙерлеген тикшереү буйынса үҙара тикшереүҙәр тамамланып, малдар фермаларҙан йәйге лагерҙарға сығарыла башланы. Алдан еткерелгән барлыҡ талаптарҙы ла үтәгән «Урожай» тоҡомсолоҡ завод йәмғиәтенең, «Маяк», XXII партсъезд ис. кооперативтың йәйләүҙәре әҙерлегенә уңай баһа бирелде.
Район буйынса көндәлек 823 центнер һөт һауылып, үткән йылдың әлеге осоро менән сағыштырғанда был күрһәткес 77 центнерға артыҡ тәшкил итә. Моңа XXII партсъезд ис. кооператив уңғандары ла лайыҡлы өлөш индерә, малсылыҡ тармағында яҡшы ғына уңыштарға ирешә. Һуңғы ваҡытта төп күрһәткестәрҙең уңай яҡҡа үҙгәреүе – шуға асыҡ дәлил. Мари-Мәнәүеҙ тауарлыҡлы-һөтсөлөк фермаһындағы малдар май башында уҡ йәйләүгә күсерелгән. Яңы Нәҙер фермаһы малдары өсөн яңы лагерь эшләнеп, ул да теүәлләнеү алдында. Барлығы 968 баш мөгөҙлө эре мал иҫәпләнеп, шуларҙың 455-е - һауын һыйыры. Үткән дүрт айҙа кооператив буйынса 8597,0 центнер һөт, 102,0 центнер ит етештерелгән. Әлеге ваҡытта хужалыҡта көн һайын 45 ц һөт һауылып, шуның 22 ц Мари-Мәнәүеҙ фермаһына тура килә.
Беҙ Мари-Мәнәүеҙ йәйләүенә килгәндә һауынсылар киске сменаға әҙерләнә ине.
-Һыйырҙар тәүлек әйләнәһенә көтөүҙә йөрөй. Бына киске һауындан һуң малсылар малдарҙы йәнә көтөүлектәргә алып сыға һәм иртәнге биштә генә лагерғаа алып ҡайта. Шулай мул продукция етештереүгә ирешәбеҙ, күҙ тимәһен, - ти һауынсылар.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, Мари-Мәнәүеҙ һөтсөлөк фермаһында уҙған йылда йәйге лагерға тулыһынса реконструкция эштәре башҡарылған. Бында барлыҡ төҙөкләндереү эштәре ҡуйған талаптарға тура килә. Атап әйткәндә, иҙәндәргә бетон йәйелгән, һыйыр һауыла торған бина профнастил менән тышланып, түбәһе ябылған. Утарҙарға тимер бағана ултыртылып, әйләндереп алынған, улаҡтар эшләнгән. Тирә-яғы сүп-сарҙан таҙартылып, ҡом-таш түшәлгән. Ағымдағы йылда ла юлдар тигеҙләнеп, уны «МТЗ-82» тракторы менән механизатор Рәүфәл Әхмәҙуллин башҡарған. XXII партсъезд ис. кооперативтың баш зоотехнигы Рәфит Ахунов билгеләүенсә, малсылар, малдар өсөн бар уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Ҡул көсөн кәметеү маҡсатында яңы һөт үткәргес, 12 дана һыйыр һауыу ҡоролмалары урынлаштырылған.
Малдарҙы ашатыу, көн тәртибе лә теүәл үтәлә. Ә был, үҙ сиратында, һөҙөмтәлелекте күтәреүгә уңай йоғонто яһай. Һәр участокта хеҙмәт хаҡы продукция күләменә һәм уның сифатына ҡарата түләнә. Эш хаҡын да айныҡын айға биреп барырға тырышалар.
-Малдарҙы туйгансы ашатыу хәстәре күрелә, - ти Рәфит Фәнис улы, - шуңа ла продукция алыу көндән-көн арта бара. Алда әйтелгәнсә, һыйырҙар тәүлек әйләнәһенә көтөүҙә йөртөлөп, көтөүселәрҙең эше график нигеҙендә ойошторолған. Һауынды арттырыу маҡсатында һәр баш һыйырға 5 кг фураж оно (һоло, арпа, вика, бойҙай бергә тарттырылған ҡатнашма) бирелә, алдарынан тоҙ, һалам, бесән өҙөлмәй, улаҡтарға таҙа һыу һалына.
Продукцияның сифаты ла ныҡлы контролда тотола Ул көн һайын таҙалыҡҡа, майлылыҡҡа тикшерелә. Ә һауынсылар буйынса аҙнаға бер тапҡыр тикшерелә. Етештерелгән продукция иртәле-кисле «Илешмолоко» йәмғиәтенә оҙатыла. Учетсы Эльвира Мосабирова иҫәп эшен теүәл алып бара. Һауынсыларҙы «УАЗ-31033» машинаһында Фәүҙәт Сабиров йөрөтә. Өҫтәүенә, һөт һауыу йыһаздары операторы эшен дә алып барып, ватылыуҙарға юл ҡуймай, санитар ҡағиҙәләрҙе төүәл үтәй.
Һыйырҙарҙы туйғансы ашатып, һауынды күтәреүгә ирешеүҙә көтөүселәрҙән Самоля Тимирбаев, Аркадий Байдуғанов, Фидель Фәрхатшин, Алик Ғәйнуллин намыҫлы, тынғыһыҙ хеҙмәтен һала. Һыйырр һауыусылар Оксана Тимирбаева, Серофима Тимербаева, Октябрина Миннебаева дөйөм уңышҡа лайыҡлы өлөш индерә.
Кооператив буйынса ағымдағы йылда ҡышлату осорона һәр шартлы баш малға 42,5 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләү бурыс итеп ҡуйылған. Ошо маҡсатта мал аҙығы культуралары майҙандары арттырылған. Тимәк, алдағы ваҡытта йәйләү продукцияһының артасағына өмөт бар.
Читайте нас: