САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Май 2020, 18:43

Изгелек ҡылыусы эшҡыуар

Замананың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, изгелеккә һәр ваҡыт урын бар. Татарстан Республикаһында эшләүсе эшҡыуар Матлаб Вәлиев, бер ниндәй коронавирустан да ҡурҡып тормайынса, Ураҙа байрамы алдынан район үҙәгендә йәшәүсе мөмкин леге сикләнгән Анна исемле ҡыҙыкайға күп функциялы медицина карауаты бүләк итте.
Анна өсөн Мәскәүҙән махсус рәүештә ҡайтартылған был уңайлы карауатты тапшырырға килгәс, Матлаб үҙенең был аҙымын ябай ғына аңлатты.
–Кешеләр бер-береһенә һәр ваҡыт ярҙам итергә тейеш. Бөгөн минең мөмкинлегем бар икән – ниңә ярҙам ҡулы һуҙмаҫҡа? Ошондай уҡ ярҙамдың иртәгә миңә лә кәрәк булыуы ихтимал бит.
Ысынлап та, һүҙгә һаран булһа ла, был шәхси эшҡыуарҙың ҡылған эше изге. Уның киң күңеллелеге арҡаһында ауыр һынауҙарға дусар булған ябай ауыл ҡатынының күптәнге хыялы тормошҡа ашты, Аллаға шөкөр. Сире көслө булһа ла, киләсәккә өмөтөн юғалтмаған был ҡатындың күҙҙәренә ҡарап торған ике балаһының да рәхмәттәре төшөр әле оло йөрәкле Матлаб Вәлиевҡа. Бөгөнгө көн геройҙары ысынлап та, беҙҙең арала йәшәй икән.
Читайте нас: