САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Май 2020, 12:10

Рус йырына мәдхиә

Районда Бөйөк Енеүҙең 75 йыллығына бағышлап, рус йыры һәм таҡмағы онлайн конкурсы үткәрелде. Ул талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау, һәүәҫкәр ижад коллективтары араһында бәйләнеште нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

Районда Бөйөк Енеүҙең 75 йыллығына бағышлап, рус йыры һәм таҡмағы онлайн конкурсы үткәрелде. Ул талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау, һәүәҫкәр ижад коллективтары араһында бәйләнеште нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
2012 йылдан башлап был байрам ике йылға бер тапҡыр үткәрелә ине. Ләкин быйыл коронавирус буйынса пандемия тормошобыҙға төҙәтмәләр индерҙе. Үҙсиләнеү шарттарында бәйгелә ҡатнашыусылар видеояҙмаларын сараны ойоштороусыларға ебәрҙеләр. Ә улары, үҙ сиратында, яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырҙы. Мәҙәниәт бүлеге тырышлығы менән әлеге конкурс район үҙәгенән генә түгел, бәлки ауылдарҙан да ижади коллективтарҙың иғтибарын йәлеп итте.
Бәйге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Байталлы ауыл мәҙәниәт йортоноң «Сулпылар» балалар вокаль ансамбле һәм Кувыков балалар баҡсаһының «Веселые ребята» вокаль ансамбле диплом менән бүләкләнде. Бардовка ауылы мәҙәниәт йортоноң «Сорока» вокаль квартеты һәм Самира менән Азалия Латиповалар дуэты шулай уҡ лайыҡлы баһаланды.
Тирә-яҡ ауылдарҙа билдәле йырсы Алевтина Данилина һәм Иҫке Баҫҡаҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң «Черемушки» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле сығыштары шулай уҡ юғары баһаға лайыҡ булды. Жюри комиссияһы еңеүселәрҙе төрлө номинацияларҙа ла билдәләне. Фәниә Хәйретдинова – «Тамашасы һөйөүе», Нэли Никитенко – «Һирәк яңғыраусы рус халыҡ йырҙары һәм таҡмаҡтары», Антонида Дружинина – «Халыҡ йыры», Валентина Князева – « Артистлыҡ оҫталығы», Ольга Самарина «Рус халыҡ ижадының мәҙәни-рухи мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү», Эльвира Завьялова – «Йыр авторы», Тамара Санникова – «Рус халыҡ таҡмаҡтарын иң яҡшы башҡарыусы» һәм Гөлназ Ильясова «Күңелдәрҙе әсир итеүсе» номинацияларында дипломант булдылар. «Соловушки» рус халыҡ йыры ансамбле, «Калинка» халыҡ фольклор ансамбле, Бардовка ауылы мәҙәниәт йортоноң «Сударушка» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, Иҫке Баҫҡаҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң «Русские напевы» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, Кувыков ауылы мәҙәниәт йортоноң «Березка» ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, жюри комиссияһының юғары баһаһын алды һәм үҙ номинацияларында еңеүсе тип табылды. Беренсе тапҡыр онлайн режимда үткәрелгән рус йыры һәм таҡмағы байрамы кешеләрҙә халыҡ йырына мөхәббәттең һүрелмәүен күрһәтте. Ижади коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың оҫталығы йылдан-йыл арта бара. Уларҙың үҙ сығыштары өҫтөндә ныҡлы эшләүҙәре күренеп тора. Киләсәктә талантлы яҡташтарыбыҙҙың сығыштарын компьютер һәм телефон экрандарынан ғына түгел, бәлки сәхнәлә лә күрербеҙ тип өмөтләнәбеҙ. Сағыу йыр байрамына йомғаҡ яһағандан һуң хаҡлы рәүештә рус йыры төп еңеүсе булды, тип әйтә алабыҙ.
Читайте нас: