САРМАНАЙ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Май 2020, 16:35

Проблемалы йорттар төҙөлөп бөтәсәк

Башҡортостанда проблемалы йорттарҙы төҙөп бетереү буйынса юл картаһы раҫланды.

Башҡортостанда проблемалы йорттарҙы төҙөп бетереү буйынса юл картаһы раҫланды. Унда 7 мең “өлөшсө”нө берләштергән 128 объект индерелгән. Фатирҙарҙы бик оҙак көтөүсө ватандаштарға уларҙың асҡыстары 2023 йылға ҡәҙәр тапшырыласаҡ. Был хаҡта төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбиров үткәргән онлайн-кәңәшмәлә әйтелде. Өлөшсөләрҙең инициатив төркөмө вәкилдәре Радий Фәрит улына һигеҙ эре төҙөлеш тураһында хәбәр итте. “Черемушки” торлаҡ комплексында эш алып барыусы подрядсы йорттарҙы билдәләнгән ваҡыттан шаҡтай иртәрәк – ағымдагы йылдың ахырына ҡәҙәр тапшырырға планлаштыра.
“Башстрой” төҙөй башлаған йортто стәрлетамаҡтар инде 17 йлл көтә. Үткән йылда бында Социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамы менән 68 ғәиләнең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителде. Йәнә 66 кеше йорт туйларға әҙерләнә. Вице-премьер Р.Абдрахимов әйтеүенсә, әлеге ваҡытта финанслау сығанағы эҙләйҙәр. Республикала йәшәүселәр шулай уҡ 28 майҙы ла түҙемһеҙлек белән көтә – был көндө төбәктә төҙөүселәргә гарантиялы рәүештә һәм үҙ бизнестарын хәүеф аҫтына ҡуймай көтелгән төҙөлөштәрҙе башларға мөмкинлек биреүсе закон ҡабул ителергә тейеш.
“Госстрой”ҙың 3 мең алданған өлөшсөһе яңы инвестор – Мәскәү өлкәһенең “Садовое кольцо” ойошмаһы ярҙамында фатирҙарына 2022-2023 йылдарҙа эйә буласаҡ.
Благовещен ҡалаһындағы “Новый дом” торлаҡ комплексында иң ҡатмарлы хәл күҙәтелә. Бында кешеләр үҙ фатирҙарын 12 йыл көтәләр. 23 ғәилә алты йылдан артыҡ төҙөлөп бөтмәгән, ваҡытлыса коммуникациялар ғына үткәрелгән йортта йәшәй. Дәүләт торлаҡ инспекцияһы рәйесе И. Шәфиҡов билдәләүенсә, был йорт айырыуса проблемалы: бында фатирҙар ике тапҡыр да һатылған, төҙөлөш етешһеҙлектәре лә бар.
Д.Бедный урамындағы төҙөлгән, әммә файҙаланыуға тапшырылмаған йорттоң яҙмышы иһә Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фондының күҙәтеүселәр советы ултырышында хәл ителәсәк. Республикалағы оҙаҡ төҙөлгән объекттар тикшереләсәк ултырышты 2020 йылдың икенсе өлөшөндә үткәреү күҙаллана. Уның барышында шулай уҡ Өфө районының “Миловский парк” торлаҡ комплексындағы 28 йорт төҙөлөшен тамамлау мәсьәләһен ҡарау да планлаштырыла.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: “Башинформ” агентлығы.
Читайте нас: