Һәр кешенең ихтыяжы төрлөсә. Ашауға ла аҡса самалап ҡына тотонолған әлеге ауыр мәлдә күп нәмәгә мохтажлыҡ тыуа. Шул саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр булыуы бик һөйөнөслө күренеш.
Район үҙәгендә йәшәүсе күп балалы Нәсиә һәм Ришат Гәрәевтар ғаиләһе лә үҙҙәре кеүек үк күп балалы ғаиләгә бушлай бер машина ярылған ҡоро утын менән ярҙам итергә була.
– Беҙ өс бала тәрбиәләйбеҙ. Бөгөн күптәр коронавирус пандемияһы сәбәпле ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалды. Балалары булған, өҫтәүенә эшен юғалтҡан кешеләргә айырыуса ауыр. Ҡатыным менән кәңәшләштек тә кешеләргә йылдың һыуыҡ ваҡытында иң кәрәкле нәмә – йылылыҡ менән ярҙам итергә булдыҡ, – тип һөйләне ғаилә башлығы Ришат Рәшит улы.
Йорттары ҡаршыһына утын тейәлгән машина туҡтағас, Япарка ауылында йәшәүсе күп балалы Рәмилә Мөфтәхетдинова бик ғәжәпләнде. Ун биш һәм ун ике йәшлек ҡыҙҙары һәм ете йәшлек улдары үҫкән ошо ғаиләне ярҙам күрһәтеү өсөн һайлап алғандарын Нәсиә һәм Ришатҡа хужабикәгә оҙак аңлатырға тура килмәне.
Рәмилә бүләккә сикһеҙ һөйөндө.
– Бөгөн ғаиләбеҙҙә ысын байрам. Йортабаҙҙы мейес яғып йылытабыҙ. Хәҙер инде бер проблема кәмене. Гәрәевтар ғаиләһенә ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләйем. Тормошобоҙҙың ҡатмарлы мәлендә беҙгә шундай ҙур һәм кәрәкле бүләк яһанылар, – тип һөйәнөсө менән уртаҡлашты ул.