Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Май 2020, 12:24

Таҙалыҡ көнө

Дүртөйлөлә һәр йома көндө «Таҙалыҡ аҙнаһы» үтә. Уҙған аҙнала иҙара итеүсе компаниялар, ауыл Советтары үҙ территорияларында генераль йыйыштырыу үткәрҙе. Район, ҡала администрациялары, ауыл хужалығы бүлеге, мәғариф, мәҙәниәт идаралары хеҙмәткәрҙәре район һабантуйы уҙғарыла торған яланды таҙартты.
Ҡала һәм район территориялары йәйгесә матурлана: сәскәләр үҫеп килә, клумбалар күҙең яуын алып тора, аяҡ аҫты сүп-сарҙан азат ителгән. Йылы һәм ямғырлы май айында үләндәр бейек булып үҫте. Уларҙы сабыу башланды. Тирә-йүнгә бесән осорон хәтерләткән үлән еҫе тарала.
Территорияларҙы тәртипкә килтереү көҙгә тиклем барасаҡ.
Читайте нас в