САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Май 2020, 14:12

Яҙҙар килде тағын еремә

Ата-бабаларыбыҙ яулап алған Бөйөк Енеүҙен 75 йыллығын да ҡаршы алдыҡ. Аллаға шөкөр, был көндө еребеҙгә тыныслыҡ, именлек яулаусыларҙың ҡайһы берәүҙәренә лә күреү бәхете насип булды.
Минең атайым Нәбиәхмәт Бәширов болғансыҡ йылдарҙа тыуа. Ул ергә ауаҙ һалғанда беренсе Бөтөн донъя һуғышы башлана. Унан – революция, граждандар һуғышы. 1921 йылда илгә ҡот осҡос аслыҡ килә. Утыҙынсы йылдарҙа күмәк хужалыҡтар төҙөү башлана.
Атайыбыҙҙың да яҙмышы колхоз менән тығыҙ бәйләнә. Иҫке Туҡмаҡлы машина-трактор паркына яны тракторҙар ҡайта башлау менән, ул Бөрө ҡалаһында механизаторҙар әҙерләү курсын тамамлап, ҡорос атты йүгәнләй. Баҡай һәм Рәсмәкәй участоктары өсөн яуаплы була. Ер һөрөү, иген сәсеү менән шөғөлләнә, ураҡта, трактор менән комбайндарҙы тартып йөрөй.
Никах сәғәте һуҡҡас, сибәр ҡыҙ Мәрзиә менән ғаилә ҡоралар. Ләкин йәштәр ярты йыл самаһы ғына бәхетле йәшәп өлгөрәләр, ғаилә башлығын армияға алалар. Баку ҡалаһында хеҙмәт иткән ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Уларҙың «Катюша» экипажын Мәскәүҙе һаҡлар өсөн саҡыртып алалар.
Нәбиәхмәт Бәширов Балтиҡ буйы илдәрен, Белоруссияны үтә, Варшаваны азат итеүҙә, Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Эльба йылғаһы ярында совет һәм АҠШ һалдаттарының осрашыуы шаһиты була.
1945 йылдың көҙөндә тормош иптәше янына әйләнеп ҡайта. Шунда уҡ колхозда эшләй башлай. Ғаиләлә бер-бер артлы өс ҡыҙ һәм мин тыуғанбыҙ.
Эшкә таҙа, талымһыҙ, һәр эште еренә еткереп башҡарған механизатор һәр ваҡыт маҡтаулылар исемлегендә торҙо. Әммә оҙон ғүмерле генә булманы – етмеш ике йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.
...Бына ергә тағын яҙҙар килде. Беҙҙең атайҙар күргән михнәттәрҙеңн тере шаһиттары ла һанаулы ғына ҡалып бара. Улар түгел, инде үҙебеҙ ҙә ҡартаябыҙ. Һуғыш ветерандарының ҡаһарманлығын, тылда эшләүселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтен, улар кисергән ауырлыҡтарҙы беҙҙең балалар, ейәндәр ҙә белергә тейеш. Тарихты үҙгәртергә тырышыусыларға ҡаршы тороп, үҙебеҙ белгәнде, ата-әсәләребеҙ, бабаларыбыҙ үткән ҡатмарлы һуғыш йылдары һәм унан һуңғы тормош юлдары тураһында балаларыбыҙға һөйләп ҡалайык. Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Рәмил БӘШИРОВ.
Читайте нас: