Яҙҙың матур миҙгелендә районыбыҙҙа киң билдәле шағирә, педагогик хеҙмәт ветераны Сәниҙә Минһнеғәлиеваға 80 йәш тулды.
Мәктәптә гел «бишле» билдәләренә генә уҡыған ҡыҙ бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырға хыяллана. Тәүҙә Благовещен педагогия училищеһын тамамай, унан Бөрө педагогия институтында укый.
Студент йылдарында Ҡараиҙел районы егете Нәҡип менән дуҫлашып донъя ҡоралар. Башта Ҡараиҙел районының Александровка ауылында эшләйҙәр. Һуңынан Шәрипкә ҡайтып йорт һалдылар. Мәктәптә күп йылдар буйы береһе – урыҫ теле, икенсеһе биология уҡытыусыһы булып эшләнеләр.
Әлеге көндә лә ул гәзит-журналдар алдыра, үҙе лә бик матур шиғырҙар, хикәйәләр яҙа.
Оло йөрәкле С.Миңнеғәлиеваның бына тигән улдары-килендәре, ейәндәре бар.
«Минең әле яҙаһы әҫәрҙәрем күп», – тип, киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәй Сәниҙә Миңнеғәлиева.