САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Май 2020, 16:50

Ғаилә усағынын йылыһы

Татыу, ныҡлы ғаилә – ысын яҙмыш бүләге. Былу төшөнсәгә һәр ҡайһыбыҙ үҙ мәғәнәһен һалһа ла, күптәребеҙ район үҙәгендә йәшәүсе Гөлназ һәм Фидан Ғиләжевтар кеүек – һөйөклө парың, шат балалар ауазы тулған оло йорт ул тип билдәләр ине, моғайын.

Татыу, ныҡлы ғаилә – ысын яҙмыш бүләге. Был төшөнсәгә һәр ҡайһыбыҙ үҙ мәғәнәһен һалһа ла, күптәребеҙ район үҙәгендә йәшәүсе Гөлназ һәм Фидан Ғиләжевтар кеүек – һөйөклө парың, шат балалар ауазы тулған оло йорт ул тип билдәләр ине, моғайын.
Улар район дауаханаһындә осраша. Йәш участок уполномоченныйы Фидан бында эше буйынса килгән була һәм шул ваҡытта уның иғтибарын Гөлназ исемле гүзәл ҡыҙ йәлеп итә. Егет бер күреүҙә ғашиҡ була.
– Танышып, осраша башланыҡ. 2008 йылда ата-әсәйебеҙ ярҙамында ҙур туй яһап, өйләнештек. Бөгөн үҙебеҙ өс бала ата-әсәһе инде, – тип һүҙен башланы Гөлназ.
Ишле ғаилә усағын һаҡлаусы ханымдың йөҙөндә бәхет сатҡылары балҡый. Уның тормошта иң элек ғәзиз кешеләренең мәнфәғәте менән йәшәүе күренеп тора.
– Бәләкәйҙән балаларым күп, ышаныслы тылым булыуы тураһында хыялландым. Был мәсьәләлә Фидан менән ҡараштарыбыҙ тулыһынса тура килә: беҙҙең өсөн иң мөһиме – ғаилә именлеге. Тормош иптәшемдең хәстәрлеге һәм иғтибары миңә иртәгәһе көнгә ныҡлы ышаныс һәм тыныслыҡ өҫтәй, – ти Гөлназ.
Фидандың күп ваҡыты эштә үтә. Ул – Эске эштәр бүлегенең дежур частында оператив дежурный. Ысын ир булараҡ, ул ҡатыны һәм балалары тураһында һәр ваҡыт ҡайғыртып тора.
Ғиләжевтар бына ун ике йыл инде килешеп донъя көтә. Был дәүерҙә ғаилә өс бала – ике ул һәм бер ҡыҙ менән ишәйҙе. Гөлназ менән Фидан ғаилә усағының йылыһын юғалтмайынса, бер-берһенә терәк һәм кәрәк булып, яратҡан балаларын тәрбиәләп йәшәйҙәр.
Ысынлап та, сәләмәт, талантлы балаларына ҡарап, әйтелгәндәрҙең барыһы ла хаҡ булыуына төшөнәһең. Өлкәндәре Айвар һәм уртансылары Алгис 1-се урта мәктәптә белем ала. Бынан тыш, музыка мәктәбендә лә шөғөлләнәләр. Айвар фортепианоны һайлаған, ә Алгискә баян яҡыныраҡ. Уҡытыусылары ла улар менән бик ҡәнәғәт. «Шишмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Сәйҙә бейеү менән мауыға.
Ғаиләнең күп кенә мәшәҡәт-эштәре тап ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшә. Әңгәмәләшемдән быларҙың һәммәһенә нисек өлгөрөүе тураһында һорайым. Ә ул:
– Өлгөрәм, мин бит әсә кеше, – тип йылмая.
Был һүҙҙәр менән барыһы ла әйтелеп бөтә. Шундай ҙур, татыу ғаиләләргә ҡарап һоҡланмыйынса мөмкин түгел. Тормоштағы иң мөһим бурысыбыҙ – балалар үҫтереү, уларҙы бәхетле итеү, киләсәктә улар үҙҙәре лә ата-әсәләре үрнәгендә йылы оя ҡорорҙай итеп тәрбиәләү. Ә Ғиләжевтар балалары өсөн генә түгел, башҡаларға ла яҡшы үрнәк.
Читайте нас: