САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Май 2020, 18:00

Урман хужалығын тергеҙеү өсөн

Башҡортостанда “Башлеспром” компаниялар төркөмө предприятиеларының финанс хәлен яҡшыртыу буйынса план ҡабул ителде. Ул тармаҡҡа яңы инвестор килеү менән бәйле.

Башҡортостанда “Башлеспром” компаниялар төркөмө предприятиеларының финанс хәлен яҡшыртыу буйынса план ҡабул ителде. Ул тармаҡҡа яңы инвестор килеү менән бәйле.
Был план Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, инвестор –“ Уральский лес” компанияһы Өфө фанера һәм Өфө фанера-плита комбинаттарында, шулай уҡ Белорет ҡалаһындағы етештереү майҙансығында сәнәғәт эшсәнлеген тергеҙергә, кредиторҙарға булған бурыстарҙы түләргә һәм урман хужалығы предприятиелары комплекһын яңы үҫеш дәрәжәһенә сығарырға тейеш була.
Әлеге көндә инвестициялар күләме 650 млн. һум тәшкил итә, май ахырына ҡәҙәр 350 млн. һум күләмендә өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеү күҙаллана. Финанс хәлде яҡшыртыу планы сиктәрендә предприятиеларҙы модернизациялау, яңы урман хәҙерләү комплекстарын һатып алыу, комбинаттарҙың урман питомниктарын һаҡлап ҡалыу планлаштырыла.
Урман хужалығы министрлыгында билдәләүҙәренсә, инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 2030 йылға ҡәҙәр төбәк территорияһында был тармаҡҡа 62,5 млрд. һум күләмендә инвестициялар йәлеп итеү планлаштырыла. Был 2 меңдән артыҡ яңы эш урыны булдырыуға һәм бюджетҡа һалымдар түләүҙәрҙе арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ” агентлығы.
Читайте нас: