САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Май 2020, 12:40

Пландар күп

Муниципаль район хакимиәте башлығы үткәргән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә фермалар ойоштороу, умартасылыҡты үҫтереү, автозаправкалау станцияһы асыу тураһында һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

Муниципаль район хакимиәте башлығы үткәргән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә фермалар ойоштороу, умартасылыҡты үҫтереү, автозаправка станцияһы асыу тураһында һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Шәрип ауылында фазан ите һәм йомортҡаһы етештереү, спорт һунарсылығы ойоштороу өсөн ферма асыу планлаштырыла.
Икенсе инвестор Рәсмәкәй ауылы биләмәһендә ит етештереү маҡсатында һыйр эре малы фермаһы асырға ниәтләй.
Тағын да бер проект Әхмәт ауылында бал ҡорттары үрсетеү, умартасылыҡ продукцияһы етештереү һәм һатыуҙы күҙ уңында тота.
Шәрип ауылында автозаправкалау станцияһын асыу проектын тәҡдим иткән инвесторҙың был йүнәлештә эш тәжрибәһе бар. Ул әле лә сағыштырмаса түбән хаҡҡа яғыулыҡ һатыу менән шөғөлләнә.
«Башҡорт фермеры» ауыл хужалығы кооперативы тәүлегенә 500 литр һөт продукттары етештерергә һәләтле цех асыу проектын тәҡдим итте. Ул йыһаздар һатып алған, әлеге ваҡытта модулле цехты ҡоралар.
Кәңәшмәлә шулай уҡ балыҡ үрсетеү һәм уны эшкәртеү тураһында ике проект ҡаралды. Уларҙы тәҡдим итеүсе инвестор әҙер балыҡ продукцияһын да алып килгән ине.
Читайте нас: