САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Май 2020, 17:15

Һәйкәлдәрҙә халыҡ хәтере

Ҡарабаш ауыл советы ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Күктау һәм Иштирәк ауылдарынан күпме йәшнәп торған ир-егеттәр һуғыш яландарында ятып ҡалған, күпме сәскә кеүек ҡыҙҙар баҫыуҙарҙа ирҙәр ҙә күтәрә алмаҫтай йөктө үҙ иңдәрендә тартҡан... Ике ауылдан дәһшәтле яуға 456 кеше китеп, бары 203 ир-егет кенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу бәхетенә ирешһә, 253-ө мәңгелеккә баштарын һалған. Бөгөн инде бында ни бары бер һуғыш һәм ун дүрт тыл ветераны ғүмер кисерә.

Ҡарабаш ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Күктау һәм Иштирәк ауылдарынан күпме йәшнәп торған ир-егеттәр һуғыш яландарында ятып ҡалған, күпме сәскә кеүек ҡыҙҙар баҫыуҙарҙа ирҙәр ҙә күтәрә алмаҫтай йөктө үҙ иңдәрендә тартҡан... Ике ауылдан дәһшәтле яуға 456 кеше китеп, бөтәһе 203 ир-егет кенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу бәхетенә ирешһә, 253-ө мәңгелеккә баштарын һалған. Бөгөн инде бында ни бары бер һуғыш һәм ун дүрт тыл ветераны ғүмер кисерә.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Яңы Күктауҙа һәм Иштирәктә икенсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемен мәңгеләштереү уңайынан обелиск асылды.
Иштирәктә ул ауыл уртаһында – мәҙәниәт йорто менән рәттән урынлашҡан. Уны ошо төбәктә тыуып-үҫеп, Үрге Йәркәйҙә йәшәүсе ташсы Хәлил Шәйемов төҙөгән.
Обелисктарҙы асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәфит Шәңгәрәев, район Советы депутаты Хәмит Уҙаманов, авыл биләмәһе ветерандар рәйесе Фоат Заһиҙуллин ҡатнашып, венок, сәскәләр һалды.
Читайте нас: