САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Май 2020, 19:40

Урожайҙар һәр тармаҡта беренсе

Әле ҡасан ғына хужалыҡтарҙа сәсеү эштәре башланыуын гәҙит биттәрендә яҡтыртҡан инек. Уҙған аҙнала бар яҡлап та ауыл хужалығы производствоһы өлкәһендә районда лидер булған “Урожай” тоҡомсолоҡ заводы йәмғиәте уңғандары бөртеклеләргә нигеҙ һалыуҙы районда беренселәрҙән булып тамамланы.

Әле ҡасан ғына хужалыҡтарҙа сәсеү эштәре башланыуын гәзит биттәрендә яҡтыртҡайнык инек. Уҙған аҙнала бар яҡлап та ауыл хужалығы производствоһы өлкәһендә районда лидер булған “Урожай” тоҡомсолоҡ заводы йәмғиәте уңғандары бөртеклеләргә нигеҙ һалыуҙы районда берөнселөр уңышына булып тамамланы.
Урожайҙар, йылдағыса, мөһим кампанияға ҙур әҙерлек менән килгән. Иң беренсе сиратта кадрҙар мәсьәләһенә ныҡлы иғтибар бирелгән. Әйтергә кәрәк, механизаторҙарҙың күбеһе йәштәр. Икмәк үҫтереүсе ялан батырҙарын өс тапҡыр ҡайнар ашменән тукландырыу ойошторолған. Шулай уҡ йәмғиәт идараһы тарафынан дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Эшселәргә хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, техника яңыртыу буйынса планлы эш алып баралар. Ағымдағы йылда өс «MasseyFerguson» тракторы, “Krone BiG X” мал аҙығы урыу комбайндары, «Horsch Maestro» кукуруз сәскесе, «Horsch Tiger» ер эшкәртеү агрегаты, ике «Krone” пресс-йыйғысы, дүрт «ПСС-25» йөк ташыу арбаһы алғандар. Баш инженер Рәҙис Миңниәтуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, заманса ҡеүәтле техникар һәр мөһим сараны үҙ ваҡытында, ватылыуҙарһыҙ башҡарырга мөмкинлек бирә.
Барлығы 9780 гектар ер эшкәртелеп, ужым культураларын үҙ ваҡытында өҫтәмә туҡландырыу, тырматыу эштәре башҡарылған. Бөртөклөләр 6648 гектарына майҙанды тәшкил итеп, бойҙайҙың – 2917, арпаның – 2116, борсаҡтың 1066 гектар супер элита, элита орллоҡтар гына сәселгән. Культивациялауҙа механизаторҙар Айрат Ғабдрахмановтың, сәсеүҙә Денис Фазлыевтың, Илсур Насретдиновның, Фәнис Ғилметдиновтың, кәтүкләүҙә
Айҙар Шәйеховтың, водителдәр Венер Ғәниевтың, Ғазинур Дәүләтовтың хеҙмәте айырыуса маҡтауға лайыҡ.
Читайте нас: