САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Май 2020, 19:45

«Эшлекле ғәмәлдәр» проектын – тормошҡа!

Күптән түгел Ҡаҙыр ауыл советы ауыл биләмәһенә ҡараған Һеңрән ауыл халҡы шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе. Бында «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының, «Эшлекле ғәмәлдәр» проекты ҡыҫаларында модернизацияланған фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды

Күптән түгел Ҡаҙыр ауыл советы ауыл биләмәһенә ҡараған Һеңрән ауыл халҡы шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе. Бында «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының, «Эшлекле ғәмәлдәр» проекты ҡыҫаларында модернизацияланған фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды.
Ремонт эштәре сифатлы башҡарылып, стена-түшәмдәр ағартылған, буялған, ишектәр, ут, йылылыҡ системалары яңыртылған, иҙәндәр алмаштырылып, линолеум йәйелгән, һыу индерелеп, канализация булдырылған. Иң мөһиме, ФАП кәрәкле мебель һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән.
Тәжрибәле фельдшер Гөлнур Мәрҙиева Һеңрән ауылында йәшәүсе 294 кешегә хеҙмәт күрһәтә, шуларҙың 51е – 18 йәшкә ҡәҙәрге балалар
Читайте нас: