Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Май 2020, 17:40

Бурысына тоғролоҡло

Районыбыҙҙың йәштәре ата-бабаларыбыҙ эстафетаһын уңышлы дауам итеп, Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында илебеҙ именлеген уяу һаҡлай. Бшулар рәтендә Үрге Йәркәй ауылы егете Радим Фәррәхов та бар. Ул өлгөлө хеҙмәте һәм фиҙәҡәрлеге менән командирҙарының, иптәштәренең ихтирамын яуланы.

Районыбыҙҙың йәштәре ата-бабаларыбыҙ эстафетаһын уңышлы дауам итеп, Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында илебеҙ именлеген уяу һаҡлай. Шулар рәтендә Үрге Йәркәй ауылы егете Радим Фәррәхов та бар. Ул өлгөлө хеҙмәте һәм фиҙаҡәрлеге менән командирҙарының, иптәштәренең ихтирамын яуланы. Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе өс бала тәрбиәләп үҫтергән Гүзәл һәм Рәсим Фәррәховтар ғаиләһенә 41495 се ғәсҡәри часть командиры Ю.Коробецкиҙан килгән Рәхмәт хаты тан шуны дәлилләй. «Хөрмәтле Рәсим Ҡасим улы һәм Гүзәл Рим ҡыҙы! Хеҙмәт итеү осоронда һеҙҙең улығыҙ Радим үҙен ғәҙел, тәртипле яугир итеп танытты, командованиеның яуаплы поручениеларын намыҫлы үтәне. Өлгөлө, ҡыю хеҙмәте менән командирҙарҙың һәм иптәштәренең хөрмәтен, абруйин яуланы. Улығыҙ хеҙмәт иткән 41495-се ғәсҡәри часть командованиеһы һеҙгә лайыҡлы, ышаныслы һалдат тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерә», - тиелә унда. Был юлдарҙы уҡығас, ата-әсәнең ниндәй шатлыҡ кисереүен күҙаллау ҡыйын түгел. Эйе яҡшылыҡҡа өйрәтеп үҫтергән улдары йөҙҙәренә тап төшөрмәй.
Яҡташыбыҙ Р.Фәррәхов кеүек егеттәрҙең күберәк булыуын теләйбеҙ. Радим киләсәктә лә һынатмаҫ, ата-әсәһе, туғандары уның менән һәр ваҡыт ғорурланып йәшәр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас в