Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Май 2020, 17:35

Батырҙар исеме мәңгеләштерелде

Дөмәй ауыл советы ауыл биләмәһенән 419 һалдат яуға китеп, шуларҙың 173-өнә генә кире әйләнеп ҡайтырға насип була. Ул осорҙа бер ғаиләнән бишәр кеше яу яланында ятып ҡала. Илебеҙҙе, еребеҙҙе яҡлап көрәшкән яугирҙәрҙең батырлығын – баһалап бөтөргөһөҙ. Шуны ла билдәләргә кәрәк, Советтар Союзы Геройы, артиллерист Әнүәр Абдуллин да Дөмәй ауылында тыуып-үҫә.Һуғышта ҡатнашыусыларҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Дөмәй ауылында Әнүәр Абдуллин ис. урта мәктәп янында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан мемориаль һәйкәл асылды. Уны төҙөүҙә яҡташтары Рабис Сәлихов ҙур ярҙам күрһәткән. Һәйкәлгә биләмәгә ҡараған Баҙы-Ҡуян, Үрнәк, Дөмәй ауылдарынан һуғышта ҡатнашыусылар исемлеге яҙылған. Шулай уҡ бирегә артиллерия пушкаһы урынлаштырылып, тирә-яғына сәскәләр ултыртылған.Һәйкәлде асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Руслан Басиков, «Маяҡ» кооперативы рәйесе Йәмиғнур Мөхтәров, Афганстанда хеҙмәт иткән һалдаттар ҡатнашып, изге теләктәрен юлланы һәм сәскәләр һалды.

Дөмәй ауыл советы ауыл биләмәһенән 419 һалдат яуға китеп, шуларҙың 173-өнә генә кире әйләнеп ҡайтырға насип була. Ул осорҙа бер ғаиләнән бишәр кеше яу яланында ятып ҡала. Илебеҙҙе, еребеҙҙе яҡлап көрәшкән яугирҙәрҙең батырлығын – баһалап бөтөргөһөҙ. Шуны ла билдәләргә кәрәк, Советтар Союзы Геройы, артиллерист Әнүәр Абдуллин да Дөмәй ауылында тыуып-үҫә.
Һуғышта ҡатнашыусыларҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Дөмәй ауылында Әнүәр Абдуллин ис. урта мәктәп янында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан мемориаль һәйкәл асылды. Уны төҙөүҙә яҡташтары Рабис Сәлихов ҙур ярҙам күрһәткән. Һәйкәлгә биләмәгә ҡараған Баҙы-Ҡуян, Үрнәк, Дөмәй ауылдарынан һуғышта ҡатнашыусылар исемлеге яҙылған. Шулай уҡ бирегә артиллерия пушкаһы урынлаштырылып, тирә-яғына сәскәләр ултыртылған.
Һәйкәлде асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Руслан Басиков, «Маяҡ» кооперативы рәйесе Йәмиғнур Мөхтәров, Афганстанда хеҙмәт иткән һалдаттар ҡатнашып, изге теләктәрен юлланы һәм сәскәләр һалды.
Читайте нас в