САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Май 2020, 10:00

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Бөгөн илебеҙ иң изге һәм бөйөк байрамдарҙың береһен – дәүләтебеҙ тарихында ҙур урынды алып торған Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы ҡаршылай.

Бөгөн илебеҙ иң изге һәм бөйөк байрамдарҙың береһен – дәүләтебеҙ тарихында ҙур урынды алып торған Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы ҡаршылай.
Хөрмәтле яҡташтар!
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында берҙәм ҡаһарманлыҡ, оло тырышлыҡ менән яуланған был Еңеүҙең иҫтәлекле 75 йыллығы уңайынан бөтәгеҙҙе лә ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Илебеҙ халҡының ҡаһарманлығы йылъяҙмаһында саҡмағоштар ҙа лайыҡлы урын биләп тора. Ун меңнән артыҡ райондашыбыҙ фронттарҙа ҡорал тотоп ил аҙатлығын һаҡлап ҡалды, уларҙың яртыһынан күберәгенә туған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу насип булманы. Еңеү таңы ошолай оло ҡорбандар, тиңһеҙ фиҙәҡәрлек өлгөләре менән яулап алынды. Улар тураһындаһы хәтерҙе киләсәк буындар кәҙерләп һаҡлай, был батырҙар “Үлемһеҙ полк” сафтарында һәр саҡ беҙҙең арала ҡала.
Әлбиттә, бөгөн иң ҙур тәбрикләүҙәр һәм хөрмәт – 1941-1945 йылдарҙағы Ватан һуғышының утлы алыштарында ҡатнашҡан һәм ҡан ҡойған, алыҫ тылда баҫыу-фермаларҙа, завод-фабрикаларҙа Еңеү таңын яҡынайтыу өсөн ҙур көс һалған хөрмәтле ветерандарға. Уларҙың кешелек тарихында тиңе булмаған алыштарҙа еңеп сығыуы, илебеҙҙе генә түгел, Европа дәүләттәрен дә фашист ҡоллоғоннан ҡотҡарып ҡалыуы киләсәк быуындар күңелендә мәңгелек каһарманлыҡ өлгөһө булып һаҡланып ҡаласаҡ.
Был һуғыш илебеҙҙең һәр ғәиләһе тарихында үҙ эҙен ҡалдырҙы һәм шуға ла атай-олатайҙарыбыҙ яулаған Бөйөк Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә берҙәй ҡәҙерле һәм изге бөтәхалыҡ байрамы булып ҡала.
Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарын, “атай” һүҙен бер генә мәртәбә булһа ла әйтергә тилмереп үҫкән, быуындары ла нығымаған килеш ошо Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн өлкәндәр менән бергә хеҙмәт фронтының кескәй һалдаттарына әүерелгән яҡташтарҙы оло байрам менән ҡотлайбыҙ. Беҙ һеҙҙең алда сикһеҙ бурыслыбыҙ. Һәммәгеҙ алдында ла иң ҙур рәхмәт хистәре һәм хөрмәт менән баш эйеп, ныҡлы сәләмәтлек, рух күтәренкелеге, имен тормошта бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ.
Коронавирус пандемияһы таралыу сәбәпле, уны әлегә бөтә халыҡ ҡатнашлығындағы ҙур тантана итеп үткәреп булмаһа ла, был байрамдың шатлыҡлы рухы һис кенә лә кимемәй. Хәл тотороҡланғас, ул тейешле юғарылыҡта үткәрелеүе бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Әлегә йорттарыбыҙҙа ҡалып, байрам сараларына онлайн рәүештә ҡушылып, уны тоташ ил менән бергә билдәләйбеҙ.
Читайте нас: