САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Май 2020, 20:34

Яҙғы бер көн

Кушнаренко тоҡомсолоҡ хужалығында яһғы ҡыр эштәре ужым һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыуҙан башланды. Бу сараны ашлыҡ сәскестәре менән агрегатланған Беларус тракторҙарында механизаторҙар Раил Садиҡов һәм Фердинант Ғилманов үткәрҙе.
Эдуард Фәттәхов ашлама ташып торҙо. Азат Сәлимгәрәев, Артур Фәттәхов, Айнур Сафин һәм Рәсүл Садиҡов ашламаны сәскестәргә тейәне һәм эш барышын контролдә тотто.
Был көндәрҙә һабан культуралары сәсеү тулы ҡеүәтенә бара. Альберт Зиннәтуллин һәм Илфир Кәримов Т-150К тракторҙарында тупраөты эшкәртә. Бойҙай сәсеү Р. Садипҡв һәм Ф. Ғилмановҡа йөкмәтелгән.
Хужалыҡта 310 гектарҙа һоло, 250 гектарҙа арпа һәм бойҙай, 100 гектарҙа ҡарабойҙай урынлаштырыласаҡ.
Вячеслав Семенов һәм Рөстәм Вәлиев ырҙын табағында орлыҡ ағыулай.
Язғы эштәрҙә ҡатнашыусылар ҡайнар туҡланыу менән тәьмин ителә. Ашнаҡсы Алира Зиннәтуллина тәмле ризыҡтар бешерә.
Читайте нас: