Кооператив рәисе Елена Байкова әйтеүенсә, үҙизоляция осоронда аҙыҡ-түлекте йортҡа илтеп биреү, сауҙа нөктәләре булмаған ауылдарға күсмә сауҙә менән барыу дауам итә.
– Беҙҙең кибет кәштәләрендә башлыса район фермерҙары һәм кооперативтары етештергән продукция тора. Һөт, эремсек, ҡаймаҡ һәм ҡатыҡ – Ҡалтайҙан, икмәк – Яңы Ҡормаштан, колбаса, ит деликатестары – ҡулланыусылар йәмғиәтенән, туңдырылған йәшелсә, билмән, ҡайын һыуы, йомортҡа һәм тауыҡтар «Татлы баҡса» кооперативынан. Заказ буйынса кәҙә һөтө һатабыҙ. Фермер Латипов сыр менән тәьмин итә, – тип һөйләне ул.
Мини-фургон график буйынса һәр шаршамбы, йома һәм йәкшәмбе аҙыҡ-түлек тейәп, күсмә сауҙә менән юлға сыға.