Беҙҙең район да
#Мывместедөйөмрәсәй акцияһына ҡушылды. «Аҙыҡ-түлек ярҙамы» проекты сиктәрендә Кушнаренкола 569 кешегә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алды. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы төҙөгән исемлеккә ярашлы волонтерҙар пакеттар таратып сыҡты. Был ваҡыт сир йоҡтормау өсөн барлыҡ һаҡлыҡ саралары күрелде.