САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Май 2020, 14:30

Башҡортостан ихаталары йәмләнә

Республиканың 12 муниципалитетында подрядсы ойошма эшселәре “Башҡорт ихаталары” программаһы ҡыҫаларында ихата территорияларын төҙөкләндереү эштәрен башланы.

Республиканың 12 муниципалитетында подрядсы ойошма эшселәре “Башҡорт ихаталары” программаһы ҡыҫаларында ихата территорияларын төҙөкләндереү эштәрен башланы. 45 муниципалитетта был эшкә киләһе аҙнала тотонасаҡтар. Әлеге программаны бойомға ашырыу өсөн ағымдағы йылда 1,5 млрд. һум аҡса бүлеү планлаштырыла.
“Башҡорт ихаталары” программаһы 2019 йылдан 2024 йылға ҡәҙәр ваҡытҡа иҫәпләнгән. Уның маҡсаты – Башҡортостан территорияһындағы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүсе граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу. Башҡарыласаҡ эштәр исемлегендә – йорттарға илтеүсе юлдарҙы киңәйтеү һәм асфальтлау, машиналар ҡуйыу өсөн өҫтәмә урындар булдырыу, резина япма түшәлгән балалар һәм спорт майҙансыҡтары урынлаштыру, йәшелләндереү-үҫентеләр ултыртыу, мәғлүмәт стендтарын яңыртыу, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү приборҙарын йыһазлау, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары контейнерҙары өсөн майҙансыҡтар эшләү, кесе архитектура формаларын булдырыу.
Үткән йылда Башҡортостанда 400-ҙән артыҡ йорт ихатаһы төҙөкләндерелде. 2024 йылға ҡәҙәр уларҙың һаны 3000гә етер, тип планлаштырыла.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ” агентлығы.
Читайте нас: