САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Апрель 2020, 11:54

Эш ҡайнай

Йылы көндәр башланғас, юлдарҙа киң эш йәйелдерелде. Тәүҙә ҡыш барлыҡҡа килгән соҡорҙарҙы тигеҙләнеләр. Эш Дүртөйлө ҡалаһы урамдарында һәм район эсендәге юлдарҙа бик әүҙем барҙы. Дефекттар күҙгә күренеп юғалды, юлдар тигеҙләнеп ҡалды.

Хәҙер район эсендәге юлдарҙы капиталь ремонтлауға сират етте.

Ҡала эсендә лә күп эштәр планлаштырыла: Ленин, Горшков, 1-нсе Май урамдарындағы йорттарҙың ишек алдары киңәйтелеп, яңыртыласаҡ.

Фотола: Дүртөйлө юл-ремонт төҙөү идараһынан юл мастеры Шамил Рафиҡов, юл эшселәре Рәмил Байназаров, Альберт Ғәбделисламов һәм Артур Ғабдуллин.
Читайте нас: