САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Апрель 2020, 18:06

Ҡаһарман һалдат

Үрге Йәркәйҙә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тимерзада Мөҫәлләмов Дүртөйлө районы Исмаил ауылында Хәмиҙә һәм Мирзаһит Мөҫәлләмовтар ғаиләһендә тыуып-үҫә.
Ул Алыҫ Кавказ яҡтарындағы Тбилиси ҡалаһында хәрби телефонист һөнәрен үҙләштерә һәм 1942 йылда фронтка ебәрәлә. Хәрби элемтәсегә Ленинград һәм Сталинград йүнәлешендәге ҡаты һуғыштарҙа һәр ваҡыт фронтының алғы һыҙығында булырға тура килә. Ул шулай уҡ Украинаны һәм Кенигсбергты фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә лә ҡатнаша. Хеҙмәт иткән частының хәрби алыштарҙа еңеү яулауында элемтәсе Мөҫәллимовтың, өлөшө ҙур була.
Илешле Т.Мөҫәлләмов «Батырлыҡ өсөн», «Һуғышсан батырлыҡтары өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Белоруссияны азат иткән өсөн» һ.б. Бөйөк Ватан һуғышының юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Улар уның батырлығы тураһында һөйләй.
Читайте нас: