САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Апрель 2020, 12:20

“Библиотөн” район тарихына ла бағышланды

25 апрелҙә районыбыҙҙың муниципаль китапханалары йыл һайын үткәрелә торған Дөйөм Рәсәй “Библиотөн-2020” акцияһына ҡушылдылар.

25 апрелҙә районыбыҙҙың муниципаль китапханалары йыл һайын үткәрелә торған Дөйөм Рәсәй “Библиотөн-2020” акцияһына ҡушылдылар. Китап уҡыуҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән быйылғы был сара илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә арналды. Тоташ илдәге кеүек, коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе юғары булған эпидемиологик хәлгә бәйле, быйыл ул онлайн режимында үткәрелде. “Библиотөн” барышында оҫталыҡ сәғәттәре, интеллектуаль викториналар, шиғри уҡыуҙар, тематик әңгәмәләр һәм китапларға күҙәтеүҙәр яһауҙар һәм һуғыш тураһындағы танылған әсәрҙәрҙе тыңлау һәм улар буйынса һөйләшеүҙәр онлайн форматында ойошторолдо.
Билдәле булыуынса, быйыл туған районыбыҙ ойшторолыуға 90 йыл тула. Ошо юбилейлы датаны да күҙ уңында тотоп, сараларҙың ҙур өлөшө Саҡмағош районының һуғыш ваҡытындаҡы йылдары тарихына, шул иҫәптән үҙебеҙҙең ерлектә тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройҙарына, яҡташ фронтовик-яҙыусыларға бағышланды.
Саҡмағош үҙәкләштерелгән китапханаһында акция “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) социаль селтәрендәге “Саҡмағош ауыл Үҙәк китапханаһы” төркөмөндә ойошторолды. Сараға ҡушылыусылар өсөн “Ул бөйөк йылдарға баш эйәек” (“Поклонимся великим тем годам”) мәҙәни программаһы әҙерләнде. Акция музыкаль кунакхананан башланып китте.
Балалар моделле китапханаһында үткән әлеге акция “Библиотөн. Беҙҙең Еңеү тураһындагы хәтер” (“Библионочь. Память нашей Победы”) тип исемләнде
“Библиотөн” кисәһе сиктәрендә #ЧитаюовойнеЧекмагушБиблиотека район акцияһының #75словПобеды онлайн-марафонына старт бирелде. Унда район китапханалары хеҙмәткәрҙәре һәм китап уҡыусылары ҡатнашты.
“Библиотөн” акцияһы күңелле һәм яҡшы кәйеф менән үтте. Алыҫтан тороп аралашыуға ҡарамаҫтан, унда ҡатнашҡан һәр кеше Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һәм районыбыҙ тарихы тураһындагы мәғлүмәт даирәһен киңәйтеп, күңел күтәренкелегенә эйә булды.
Читайте нас: