САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Апрель 2020, 14:20

Әүҙем ҡатнаштылар

Шәмбе, 25 апрель көндө башҡорт теле буйынса Халыҡ-ара диктант акцияһы үтте. Эпидемиологик хәлгә бәйле, был сара тәүге тапкыр онлайн-форматта ойошторолдо. Унда ҡатнашырға теләүселәр диктанттың туранан-тура трансляцияһын “БСТ” каналы эфирында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә ҡарай алды.

Шәмбе, 25 апрель көндө башҡорт теле буйынса Халыҡ-ара диктант акцияһы үтте. Эпидемиологик хәлгә бәйле, был сара тәүге тапкыр онлайн-форматта ойошторолдо. Унда ҡатнашырға теләүселәр диктанттың туранан-тура трансляцияһын “БСТ” каналы эфирында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә ҡарай алды.
Быйыл алтынсы тапҡыр үткәрелгән Халыҡ-ара диктантты Башҡортостан һәм Рәсәйҙә генә түгел, Ҡазахстан, Төркиә, Германия, Франция, Бөйөк Британия, Канада, Американың Ҡушма Штаттарында ла яҙҙылар. Акция барышында уларҙың бер нисәһе менән онлайн-бәйләнеш урынлаштырылды, әңгәмәләр үткәрелде.
Сара башланыр алдынан, унда ҡатнашыусыларҡы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров мөрәжәғәт итте.
Акцияны ойошторосылар диктант яҙыу программаһын өс блокка бүлеп үткәрҙе. Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр ҡатмарлы булмаған, ябайраҡ текст яҙҙы. Уны шоумен, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов уҡыны. Башҡорт телендә иркен аралашыусы диктант яҙыусыларға тексты “Башҡортстан” телерадиокомпанияһының “Хәбәрҙәр” тапшырыуын алып барыусы Флүрә Мурзина яҙҙырҙы. Быйылғы Халыҡ-ара диктант акцияһының яңылығы булған өлөштө – башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыусыларға тексты сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе Марсель Сәлимов уҡыны.
Акция барышында башҡорт телендә Халыҡ-ара диктант яҙыуға донъяның төрлө ҡитғаларыннан 90 меңнән артыҡ кеше ҡушылыуы билдәле булды. Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә https://bashkdictant.ru/.сайтында урынлаштырыла. Онлайн-диктантта ҡатнашыусыларға электрон сертификаттар ебәрелә.
Бы акцияға саҡмағоштар да әүҙем ҡушылды. Улар араһында райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, мәктәптәр уҡытыусылары һәм уҡыусылары айырыуса күп булды. Социаль селтәрҙәрҙә был хаҡта бихисап фотолар урынлаштырылды.
Читайте нас: