САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Апрель 2020, 18:00

Онлайн дәрестәр мауыҡтырғыс үтә

Өҫтәмә белем биреү системаһында ла дәрестәр дистанцион форматта үткәрелә

Өҫтәмә белем биреү системаһында ла дәрестәр дистанцион форматта үткәрелә
Донъяны яулап алған коронавирус пандемияһы һәр дәүләттең, ҡитғаның һәм һәр төбәктең күнегелгән көндәлек көн итмешенә ҙур үҙгәрештәр алып килде. Был үҙгәрештәр белем биреү системаһында ла сағылыш тапты.
6 апрелҙән башлап Саҡмағош Балалар ижад үҙәгендә бөтә төр дәрес-занятиеләр дистанцион форматта үткәрелә. Был төр уҡытыу өҫтәмә белем биреү системаһында педагогтар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә яңылыҡ булып, әлеге программаны тормошҡа ашырыу баштағы осорҙа күңелдәрҙә бер ни ҡәҙәр хәүефләнеү тойғоһо уятһа ла, беҙҙең педагогтар ҡыҫка ваҡыт эсендә үҙ белем биреү ысулдарын яңынан ҡарап сығып, заман талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртеүгә ирештеләр. Улар дистанцион белем биреү буйынса методик күрһәтмәләр менән ентекле танышып, онлайн-вебинарларҙа ҡатнаштылар, электрон ресурстар һәм системалар менән эш итеү буйынса белемдәрен ҡамиллаштырҙылар. Һуңғы ике аҙна һөҙөмтәләре шуны асыҡ күрһәтте – бөтә педагогтарыбыҙ да онлайн форматында эшләүгә тулыһынса әҙер булдылар. Балаларҙың әүҙемлеге, мобиллеге һәм Ижад үҙәге педагогтарының тәжрибәһе, һөнәри оҫталығы һөҙөмтәһендә “ZOOM” белем биреү платформаһы нигеҙендә үткәрелгән онлайн-дәрестәр һәм WhatsApp мессенджеры , “Бәйләнештә” (“ВКонтакте”) социаль селтәрҙәре аша тапшырылған кейс-биремдәрҙе үҙ эсенә алған заманса стандарттлар буйынса уңышлы эшләйҙәр. Әгәр ниндәй дә булһа сәбәптәр арҡаһында балалар онлайн-дәрескә ҡушыла алмай икән, педагогтар кейс-биремдәрҙе үҙ төркемдәренең социаль селтәрҙәренә һәм мессенджерларында урынлаштыра.
Ваҡытлыса ауырлыҡларга ҡарамаҫтан, өҫтәмә белем биреү программаһы тейешле күләмдә тормошҡа ашырылып, беҙҙең Үҙәктә шөғөлләнеүсе балаларҙың рухи үҫешенә, белем даирәһе киңәйүгә һәм буш ваҡыттарын файҙалы шөғөл менән үткәреүгә булышлыҡ итә.
Айгөл Капитонова,
Балалар-ижад үҙәгенең педагог-ойоштороусыһы.
Читайте нас: