САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Апрель 2020, 13:25

Баҫыуҙа эштәр ҡайнай

Шәхси эшҡыуар Р.Сакаевтың крәҫтиән-фермер хужалығында ужым бойҙайы 400 гектарҙы биләй. Ул яҡшы ғына ҡышлаған. Был көндәрҙә ужым культураларын азотлы ашламалар менән өҫтәмә туҡландырыу тамамланды. Минераль туҡланыу индереү үҫемлектәрҙең тамыр системаһын нығытырға, үҫешен тиҙләтергә мөмкинлек бирә.Был агротехник сараны үтәүгә СЗ–5,4 сәскестәре менән агрегатланған ике Беларус тракторы йәлеп ителде. Механизаторҙар Илдар Хәмиҙуллин һәм Илнур Сафин техниканы етештереүсәнле файҙаланды. Рөстәм Кәбиров һәм Вил Исхаҡов сәскестәргә ашлама тейәп торҙо, эшенең сифатын күҙәтте. Максим Фомин үҙбушатҡыс автомобилдә ашлама килтереп торҙо.Хужалык игенселәре 1100 гектарҙа дым ҡаплатыуҙы ла тамамланы. Был мөһим агротехник сараны бөтөн майҙанда К–700 тракторҙарында Риф Ғәлимйәнов һәм Илдар Гәрәев башҡарҙы.

Шәхси эшҡыуар Р.Сакаевтың крәҫтиән-фермер хужалығында ужым бойҙайы 400 гектарҙы биләй. Ул яҡшы ғына ҡышлаған. Был көндәрҙә ужым культураларын азотлы ашламалар менән өҫтәмә туҡландырыу тамамланды. Минераль туҡланыу индереү үҫемлектәрҙең тамыр системаһын нығытырға, үҫешен тиҙләтергә мөмкинлек бирә.
Был агротехник сараны үтәүгә СЗ–5,4 сәскестәре менән агрегатланған ике Беларус тракторы йәлеп ителде. Механизаторҙар Илдар Хәмиҙуллин һәм Илнур Сафин техниканы етештереүсәнле файҙаланды. Рөстәм Кәбиров һәм Вил Исхаҡов сәскестәргә ашлама тейәп торҙо, эшенең сифатын күҙәтте. Максим Фомин үҙбушатҡыс автомобилдә ашлама килтереп торҙо.
Хужалык игенселәре 1100 гектарҙа дым ҡаплатыуҙы ла тамамланы. Был мөһим агротехник сараны бөтөн майҙанда К–700 тракторҙарында Риф Ғәлимйәнов һәм Илдар Гәрәев башҡарҙы.
Читайте нас: