САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Апрель 2020, 15:55

«Ҡара диңгеҙ» «алтын» булһын өсөн

Уҙған аҙнала «еникеевсылар» ҙа һабан ашлығын сәсеүҙе башланы. Башҡараһы эштәр 1200 гектарҙа көтөлә. Ужымдарҙы өҫтәмә туҡландырыу, ә ул 800 гектар тәшкил итә, шулай уҡ тырмалау эше лә тамамланды. Борсак- 253, арпа – 400, бойҙай – 630, кукуруз – 350, һоло – 80, бер йыллыҡ үләндәрҙе 180 гектарҙа үҫтереү планлаштырыла.

Уҙған аҙнала «еникеевсылар» ҙа һабан ашлығын сәсеүҙе башланы. Башҡараһы эштәр 1200 гектарҙа көтөлә. Ужымдарҙы өҫтәмә туҡландырыу, ә ул 800 гектар тәшкил итә, шулай уҡ тырмалау эше лә тамамланды. Борсак- 253, арпа – 400, бойҙай – 630, кукуруз – 350, һоло – 80, бер йыллыҡ үләндәрҙе 180 гектарҙа үҫтереү планлаштырыла.
Баш агроном Ирек Ғилметдинов һөйләүенсә, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек күләмдә, ашламалар былтырғыға ҡарағанда күбрәк ҡайтарылған. Сорттарҙы яңыртыу өҫтөндә эшләйҙәр. «Калинка» бойҙай һәм «Памяти Чепелева» арпа элита сорттарынан яҡшы уңыш көтәләр.
Хужалыҡта бер нисә йыл рәттән фураж өсөн соя культураһын үҫтерәләр һәм ул киләсәктә лә дауам ителәсәк. Быйыл уны 80 гектарҙа сәсергә уйлайҙар . Ул, аҡһымға бай орлоҡ, малсылыҡ күрһәткестәрендә үҙ өлөшөн индереп, өмөттәрҙе аҡланы. Сояны экструдер аша үткәреп, ҡатнашаҙыҡ әҙерләгәндә ҡулланалар.
Яланда биш сәсеү агрегаты эшләй, уларҙың икеһе былтыр һатып алынды. Ирек Әбүҙәр улы яҙғыҡыр эштәрендә эшләүселәрҙең исемдәрен дә һанап үтте. Улар – механизаторҙар Рәшит Ибраһимов, Рөстәм Нуретдинов, Тәлғәт Бакиров, водителдәр Ришат Хөснөтдинов, Рәзиф Нәжметдинов.
Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов, уның урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Салауат Ислаҡаев, баш агроном Эдуард Янсубаев, бүлектең баш инженеры Рузил Садиҡов, һәм, әлбиттә хужалыҡ етәксеһе Азат Хаҡов игенселәргә уңыш теләне. Тәкәрлек ауылы имам–хатибы Рәфил хәҙрәт Ғәлиев ер улдарына ярҙам һорап Ҡорьән сүрәләрен уҡыны. Боронғонан килгән йола буйынса, башаҡтар эре, туҡ булһын өсөн, бураҙнаға бешкән тауыҡ йомортҡалары тәгәрәтелде.
Сәсеү агрегаты эшен ҡыр яғына борғас, МТМға Пензанан килгән ҙур фургон кереп туктаны. Кузовтарҙы астылар. Унда ике яңы, "СЗ – 5,4 маркалы сәсеү агрегаты ине. Автокран да килеп етте. Яңы техниканы мастерской территорияһына бушаттылар. Күренеүенсә, улар ҙа ағымдағы сәсеү компанияһында ҡатнашыр.
Илдус Тимерханов.
Фотола: хужалыҡтың баш агрономы Ирек Ғилметдинов, механизатор Тәлғәт Бакиров, водитель Рәзиф Нәжметдинов, механизатор Рәшит Ибраһимов.
Читайте нас: