САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Апрель 2020, 14:00

Урман янғындары сезоны башлана

20 апрелҙән Башҡортостан урмандарында янғын хәүефе юғары булған сезон башланды, тип хәбәр итәләр был тармаҡ ведомствоһынан.

20 апрелҙән Башҡортостан урмандарында янғын хәүефе юғары булған сезон башланды, тип хәбәр итәләр был тармаҡ ведомствоһынан. Көндәр йылыныу сәбәпле, республика биләмәһендә Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчерлыҡ хеҙмәте тарафынан муниципаль райондар биләмәләренә ингән ауыл хужалығы билдәләнешендәге һәм башҡа категория ерҙәрҙә идентификацияләнгән термонөктәләрнең һаны ла, майҙандары ла артҡан.
2019 йылда республика урман хужалығы фонды биләмәһендә 2232 гектарҙа 160 урман янғыны теркәлде. Уларҙың 11-е 1134 гектар мәйданды ялмап алған көслө янғындар булды. Уларҙы һүндереүгә 3276 кеше һәм 1018 дәнә техника йәлеп ителде. 160 янғындың 133е беренсе көндө үк һүндерелде. Янғындарҙың 74 процент осрағының тоҡаныу сәбәбе антропоген фактор менән бәйле, шуларҙың 32-һе – халыҡтың асыҡ ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһе. 82 янғын –тәбиғәт, 3-се техноген факторҙарға бәйле барлыҡҡа килгән. 1 янғындың сәбәбе асыҡланмаған. Урман янғындарын һүндереү маҡсатында тотонолған сығымдар күләме 6 млн. һум тәшкил иткән.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: “Башинформ” агентлығы.
Читайте нас: