САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Апрель 2020, 13:56

Табиптарға ярҙамға

Район эшҡыуарҙары үҙәк дауахана табиптары өсөн 25 һаҡланыу костюмы һатып алды. Был турала район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте:

Район эшҡыуарҙары үҙәк дауахана табиптары өсөн 25 һаҡланыу костюмы һатып алды. Был турала район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте:
«Эшҡыуарҙар коронавирус һөҙөмтәһе сәбәпле, беренселәрҙән булып иҡтисади баҫым аҫтында ҡалды. Шуға ҡарамаҫтан, улар әлеге ауыр ваҡытта тирә-йүндәгеләргә ярҙам итеү мөмкинлеге таба. Мәҫәлән, райондың «Топорнино» эшҡыуарҙар фермерҙар һәм сәнәғәтселәр берлеге ағзалары больницаның медицина персоналы һәм ауырыуҙарҙың сәләмәтлеген һаҡлауға ярҙам итерлек 25 костюм бүләк итте. Һәр ҡайһыһын исемләп әйтеп, рәхмәт белдерәһем килә. Улар – Илфир Хәйруллин, Елена Байкова, Салауат Ғәлимов, Илнур Ямалов, Илмир Шәрипов, Лилиә Шәймөхәммәтова, Руслан Вәхитов, Салауат Хәсәнов, Әнисә Исмәғилева, Редик Шәяхмәтов, Риф Гәрәев, Шамил Ғәлиев, Владик Зәйдуллин, Айрат Хәйретдинов, Дамир Нурғәлиев, Азат Мирғәлиев, Нәжип Хисамов, Рөстәм Рамазанов, Редик Әхмәтйәнов, Вадим Нәширбанов, Руслан Әфләтүнов. Барсағыҙға ҙур рәхмәт! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Район больницаһы етәкселеге эшҡыуарҙарға шулай уҡ ихлас рәхмәт белдерҙе».
Читайте нас: