«Беҙҙең әткәй – Ислан ауылы уҡытыусыһы Хажимулла Әхмәтша улы Әхмәтшин Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә. Әнкәй Рәйхәнә алты бала менән тороп ҡала. Миңә һигеҙ ай ғына була. Сабыйҙарын ас-яланғас итмәҫ өсөн әнкәй колхозда бөтөн көсөн һалып эшләй.
Әткәйҙең һуғыштан ебәргән хаты һаҡланып ҡалған. Ул әнкәйгә, һәр балаға айырым яҙған. Хәлдәрҙе һорашҡан, кәңәштәр биргән, ваҡытыҡыҙҙы уйынға әрәм итмәгеҙ, дәрестән һуң әнкәгеҙгә булышығыҙ, тырышып уҡығыҙ, уҡыу бик кәрәк, тигән. Курск дугаһынан килгән ошо һуңғы хатында ҡаты һуғыштар барыуы, күп иптәштәренең һәләк булыуы, үҙенең элемтәсе булып хеҙмәт итеүе тураһында яҙа.
1942 йылдың декабрендә уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр килә. Хажимулла Әхмәтшиндың исеме һуғышта һәләк булыусылар китабына индерлегән. Ул Белгород өлкәһе Старый Оскол ҡалаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Әнкәй беҙҙе янғыҙы үҫтереп аяҡҡа баҫтырҙы. Һуғышта башын һалған яугирҙәр менән бер рәттән тыл эшсәндәренә лә һәйкәл ҡуярлыҡ».